Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижад миҙгеле ябылһа ла, сәхнә оҫталары ялға китергә ашыҡмай. Башҡортостандың төрлө райондарында, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уларҙың гастролен һағынып ҡаршы алалар. Ил күләмендәге абруйлы сараларҙа ла башҡорт театры коллективы – көтөп алынған ҡунаҡ. Яңыраҡ улар Ырымбурҙа үткән I Волга буйы театрҙары фестивалендә уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
Ырымбур губернаһының 270 һәм өлкәнең 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткәрелгән сараға Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле республикаларының, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Новгород, Пенза өлкәләренең, Пермь крайының, шулай уҡ Мәскәүҙең театрҙары саҡырылған. Беҙҙекеләр иһә республикабыҙҙа ҙур уңыш менән барған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын (авторы – Т. Ғарипова, режиссеры – О. Ханов) тәҡдим иткән.
– Һәр коллективтың сығышын Мәскәүҙән Константин Щербаков, Нина Карпова, Марина Корчак кеүек билдәле театр тәнҡитселәре баһаланы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов. – Шуныһы һөйөнөслө: костюмдарҙың сағыулығы ла, сәхнәнең биҙәлеше лә, артистарҙың бирелеп уйнауы ла жюри ағзаларын ҡыуандырҙы. “Был мюзикл аша илебеҙҙең мәҙәни үҫешен күрәбеҙ. Әгәр ҙә бындай әҫәр булмаһа, уны мотлаҡ тыуҙырырға кәрәк ине. Халыҡ ижадын йәш быуынға еңел һәм аңлайышлы итеп еткерә алғанһығыҙ”, – тинеләр.
Был фестивалдә ниндәйҙер урындар биреү ҡаралмаған, театрҙарҙың бер-береһенең ижад емештәре менән танышып, фекер алышыуын ғына маҡсат итеп ҡуйғандар. Ә шулай ҙа тамашасылар «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклын йылы ҡабул иткән. Бигерәк тә Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева, Хөрмәтулла Үтәшев, Гөлнара Әмирова, Гөлмирә Исмәғилеваларҙың оҫта уйнауын яратып өлгөргәндәр. Һөҙөмтәлә, күпселек халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, башҡорт академия драма театры коллективын “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһында тәбрикләп, төп бүләкте тапшырғандар. Хатта фестивалдең директоры Павел Церемпилов, сәхнәгә сығып, Маҡтымһылыу ролен башҡарған Ирада Фазлаеваның яурынына башҡорт шәлен һалған.
Билдәле булыуынса, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» былтыр Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булып, шул иҫәпкә сәхнәләштерелде. Был юлы әҫәргә ил кимәлендә юғары баһа биреүҙәре лә төп милли театрыбыҙҙың уңышлы ижад итеүен иҫбатлай.