Эстониялағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллинаның улы Илнурға, сит илдә тыуып үҫкәнгә күрә, башҡорт мәктәбендә уҡырға яҙмай. Әммә ул туған телен яҡшы белә. Башҡортостанда йәшәп тә, әсә телен белмәгәндәргә Таллинн университетының эстон филологияһы факультетындағы тәржемәселәр бүлеге студенты Илнур Хәйруллиндан өлгө алырлыҡ. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Илнур, сит телдәр менән ҡыҙыҡһыныуың нисек башланды? Ниндәй телдәрҙә яҙа һәм һөйләшә беләһең?
– Тел асҡысы – ил асҡысы, тиҙәр. Башҡорт, эстон, инглиз һәм урыҫ телдәрен яҡшы беләм, иркен һөйләшәм. Эстон балалар баҡсаһына йөрөнөм, инглиз теле йүнәлешендәге мәктәптә 12 йыл белем алдым. Алтынсы кластан мәктәп программаһы буйынса урыҫ телен өйрәндем. Әле ғәрәп телен үҙләштерәм. Алты йәштән мәсеткә йөрөйөм. Башҡортса уҡымаһам да, өйҙә туғандарым менән туған телдә аралашам. Әсә теле бит ул! Донъялағы иң моңло, яғымлы телдәрҙең береһе.
Сит телдәр менән ҡыҙыҡһыныуымды әсәйем һәр саҡ хуплай. Былтыр Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын сәхнәләштерҙек. Спектаклдә 24 кеше ҡатнашты. Йәштәр күп булырға тейеш ине, әммә бында туған телде белгән егет һәм ҡыҙҙарҙы табыуы ҡыйын. Мин Ҡотләхмәт ролен башҡарҙым. Спектакль үҙемә лә, халыҡҡа ла бик оҡшаны.
– Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” драмаһын тәржемәләргә нисек батырсылыҡ иттең? Был эш, айырыуса художестволы тәржемә, еңел түгел. Өҫтәүенә, башҡорт әҙәбиәте классигының тарихи пьесаһын һайлағанһың. Ул ҙур яуаплылыҡ һәм ике телде лә яҡшы белеүҙе талап итә.
– Пьесаны эстон теленә тәржемәләргә әсәйем тәҡдим итте. Аңлашылмаған урындарҙа ул һәр саҡ миңә ярҙамлашты. Интернетты ла файҙаланырға тура килде. Былтыр йәйге каникулды тулыһынса ошо эшкә бағышланым. Яратып, бар күңелемде биреп эшләнем. Бынан тыш, Салауат Юлаевтың биографияһын, Инга Гвоздикова, Виктор Сидоровтарҙың хеҙмәттәренән, “Салауат Юлаевҡа – 250 йыл” китабынан өҙөктәрҙе эстон теленә тәржемә иттем. Фотоһүрәттәрҙең текстарын да эстонса һәм урыҫса әҙерләнем. Ниһайәт, “Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй” китабын ҡулыма алдым. Был тормошомдағы иң шатлыҡлы көн булды!
– “Салауат. Өн аралаш ете төш” драмаһы һиндә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы, уйҙар уятты?
– Беҙ, “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы ағзалары, Таллинндағы Линдакиви мәҙәни үҙәгендә һәм Палдискиҙағы һабантуйҙа тамашасыларға ошо пьесанан өҙөк күрһәттек. Линдакивила Салауат ролен Заһир Шәйәхмәтов уйнаны, уны Өфөнән махсус саҡырғайныҡ. Эстония милли опера солисы Аллар Хаак пьесаны эстонсаға тәржемә итеп, тамашасыларға һөйләп торҙо, сөнки унда төрлө милләт вәкилдәре килгәйне. Беҙ, ир-егет, тотҡондар ролен башҡарҙыҡ – аяҡ-ҡулдар бығаулы килеш диңгеҙҙән ҡәлғәгә таш ташыныҡ. Был ни бары сәхнәләге уйын ғына, әммә шул тиклем тетрәндергес! Салауат батырҙың һөргөндәге яҙмышы күҙ алдына килеп баҫа...
Виллу Валдмаа Салауат Юлаевтың “Уралым – минең төйәгем” йырын башҡарҙы. Уны сәхнәлә беренсе тапҡыр йырлағанында мин ҡушылып ҡурайҙа уйнағайным. “Был йырҙы башҡарғанда үҙемде Салауат батыр һымаҡ хис итәм, уның һөргөндә кисергән әрнеү-ғазаптарын үҙ йөрәгемдә тоям...” – тигәйне Виллу Валдмаа. Сығыш яһағанда миндә лә ошондай хистәр уянды. Әммә батырҙың үҙенең 25 йыл буйы Тыуған иленән ситтә ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен барыбер белә алмаясаҡбыҙ... Сирек быуат һөргөндә түҙеп йәшәр өсөн ниндәй көс, рух ныҡлығы кәрәк!
Ошондай шәхестәр тураһында әҙәби әҫәрҙәр, ғилми хеҙмәттәр күберәк яҙылһын, тарихи фильмдар төшөрөлһөн ине. Китаптарҙы башҡорт һәм урыҫ ҡына түгел, инглиз телендә лә нәшер итергә кәрәк.
– Кем ул һинең өсөн Салауат Юлаев?
– Йәштәргә үрнәк булырлыҡ ғәжәйеп шәхес, ынтылыр бейеклек! Күпме ваҡыт уҙмаһын, ул беҙҙең милли батырыбыҙ булып ҡаласаҡ!