Бәхетленең игене уңыр27.06.2014
Бәхетленең игене уңыр
Биҙрәләп ҡоямы ни! Бүреҡаҙған ауылына етәрәк, шаулап яуған ямғырҙан барыһы ла ҡаса, шуға күрә һабантуй ҡайғыһы ла юҡтыр халыҡта, тип машинаны туҡтаттым. Әммә эргәнән туҡ­тауһыҙ гөжләп үткән автомобилдәр, киреһенсә, байрамдың ҡыҙғандан-ҡыҙа барғанына үҙе үк ишара ине.



Бәхетленең игене уңыр…Сәхнәгә ғорур ҡиәфәттә ауыл эшсән­дәре, етәкселәр күтәрелә. Ә ғорурланырға хаҡтары бар – ил именлеге улар иңендә бит! Шуға Стәрлетамаҡ районы хакимиәте баш­лығы Раэль Рәхмәтуллиндың ҡулынан бү­ләктәр, диплом-рәхмәт хаттары алғанда тамаша ҡылыусылар ҙа эстән генә тәбрик итмәй, туйындырыусыларҙың ҡу­лын күңел­дән ҡыҫмай ҡалмағандыр. Бүләктәре һуң, бүләктәре: һыуытҡыс, телевизор, ҡиммәтле һауыт-һаба, хатта иң тырыштар, атап әйткәндә, донъяларын ялт итеп тотҡан биләмәләр әллә нисәмә миллион һум торған трактор-экскаваторҙарға ла эйә булды. Бындай кимәлдә тәбрик итеүҙән һуң нисек тырышып эшләмәйһең инде?!
– Ниһайәт, сәсеү тамам, яҙғы мәшәҡәт артта ҡалды. Әммә бойҙай өйөмдәрен кисеп йөрөр алдынан башҡараһы эш күп әле беҙҙең. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем. Һабантуйҙа рәхәтләнеп күңел асығыҙ – был һеҙҙең байрам! Бөгөн бер уңайҙан икеләтә шатлыҡ: һабантуй һәм ямғыр байрамы! – тине Раэль Әҙһәм улы. Теләктәргә Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҙа ихлас ҡушылды. Артабан ял итеүселәрҙе уйындар, күңел асыуҙар көтөп алды.
Мәҫәлән, кемдәрҙер ҡол­ға башына үрмә­ләп ҡа­раны, кемдәрҙер арҡан тар­тышты. Берәүҙәр туп типһә, икенселәр хатта һыуҙа балыҡ тотто. Әл­биттә, ҡармаҡ ярҙа­мында түгел, ә кескәй генә бассейнға тулты­рылған болғансыҡ һыуҙа. Бының менән генә тамамланманы һабантуй яңы­лыҡ­тары, турникта теп-теүәл 120 секунд аҫылынып тороп, бер мең һум аҡса отоусылар ҙа табылды. Ат сабышы, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, сатраш ярышы, тоҡ менән һуғыш, мәғариф бүлеге әҙер­ләгән балалар сығышы, китапханасылар ойошторған күр­гәҙмә, оҫта ҡулдар­ҙың ижади емештәре… – береһе лә ситтә ҡал­маны. Шулай ҙа, һабантуй ҡанундарына ярашлы, халыҡты көрәш майҙаны нығыраҡ ылыҡ­тырҙы. Ни тиһәң дә, батыр­ҙарҙы күҙәтеү – борон- борондан килгән бер илаһи күренеш ул. Кемдер яҡ­ташын һынай, йәш ҡыҙҙар, әлбиттә, егет күҙләй, баш­ҡалар иһә тәкә хужаһы кем булыр, тип түҙемһеҙ­ләнеп көтә.
Бәхетленең игене уңырУйын-көлкө район та­ланттарының урында ултырып түҙгеһеҙ дәртле бе­йеүҙәре, тыуған яҡтарына тартҡан һағышлы йырҙары менән үрелеп барҙы. Мә­ҙәниәт йылына арналған сығышты тамашасы алҡыш­тарға күмде. Нисек кенә булмаһын, рухи аҙыҡ менән генә тамаҡ туймай бит – ҡунаҡтар һығы­лып ултырған өҫтәлдәрҙә һыйланды, шашлыҡ ашап, ҡымыҙ эсеп кинәнде.
…Һабантуй үтте, халыҡ йәнә эшкә сумды. Тик күңелдә онотолмаҫ бер хис уйылып ҡалды: нисек кенә булмаһын, эштә лә, ялда ла берҙәм беҙ, дуҫ-татыубыҙ. Тимәк, бә­хетлебеҙ! Ә бәхетленең игене лә уңыр, икмәге лә булыр, моңо ла ташып торор…






Вернуться назад