Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан Верман баҡсаһында дөйөм Европа һабантуйы үтте.
Бындай байрам Ригала элегерәк тә уҙғарыла ине, ә был юлы бөтә Европанан милләттәштәребеҙҙе ул тәүге тапҡыр йыйҙы. Башланғысты Латвиялағы “Шишмә” башҡорт-татар йәмғиәте һәм Европалағы татар йәштәре берекмәһе тәҡдим иткәйне. Уны ҡала хакимиәте башлығы Нил Ушаков та хупланы. Өҫтәүенә, был байрамды “Рига – Европаның мәҙәни баш ҡалаһы” халыҡ-ара программаһына ла индерҙеләр.
Иҫтәлекле ваҡиға Европалағы байтаҡ башҡортто, татарҙы йыйҙы. Унда Швеция, Польша, Венгрия, Германия, Бельгия, Чехия, Эстониянан һәм башҡа илдәрҙән милләттәштәр ҡатнашты. Латвия президенты Андрис Берзиньш уларҙы ихлас сәләмләне.
Сәхнәлә Рәсәй һәм Латвия артистары сығыш яһаны, ә көрәш майҙаны батырҙарҙы йыйҙы.
Әлбиттә, Эстониялағы башҡорт, татар йәмғиәттәре вәкилдәре лә саранан ситтә ҡалманы. “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллина яҡташтарыбыҙға һәм ҡунаҡтарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Илнур Хәйруллин ҡурайҙа “Уралым” көйөн башҡарҙы. Дөйөм Европа һабантуйын ойоштороусыларҙың береһе булған “Шишмә” йәмғиәте рәйесе Зөфәр Зәйнуллинға “Эстония онотмай: Салауат Юлаев” китабын бүләк иттеләр.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
“Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәте рәйесе.
Эстония.