Ҙур йылғалар йәйрәп аға бирә24.01.2012
Ҙур йылғалар йәйрәп аға бирәЙылғалар

I
Ҙур йылғалар йәйрәп аға бирә,
Офоҡҡа тоташып.
Бәләкәй йылғаларҙың холҡо —
Ямғырҙан һуң ташыу.

Иҙел — Ватан,
Иҙел — әсәкәй ҙә...
Ғәйрәтлеләр данлы.
Туҡланғанға Туҡ-сорандар менән
Ул бит тулы ҡанлы.

II
Яр ташы ишелер-ишелмәҫ
Артылырға торған,
Ат башы эйелер-эйелмәҫ
Тартылырға торған —
Туҡҡынайым,
Һиндә киргәйнем мин
Хыял елкәнемде.
Тормош даръяларын кискәнемдә
Аҙмы түңкәрелдем...

III
Әллә миңә генә күскәнме ул
Ҡырағайыраҡ холҡоң?
Бер ташлайым, бер башлайым юлды
Бәреп, ватып, йолҡоп.
Быуырға, тип,
Бәләкәй йылғаларҙы
Заманмы бойора?
Сүп-сары ҡуйыра...
Бер яҡҡа боролмай,
Тик алға
Үҙ йырым
Юл йыра.

Бар
Хәсән Назарға

Ҡыҙһа, янған бар.
Һыҙһаң, янған бар.
Тура ярған бар —
Шуға янған бар.
Һыуға яҙған бар.
Туҙға яҙған бар.
Шиғыр яҙған бар.
Яҙып аҙған бар.
Аҙып яҙған бар...
...Хоҙай яҙған бар.

Ине, инем, тим дә...

Күҙҙәрем менән күргәндән
Күберәк күргәнгәме —
Кәмемәй, тик арта ғына
Тормошҡа булған ғәмем.
Мин үлгән булыр инем бит,
Ер күмгән булыр ине.
Ине, инем... тим дә тағы
Ут-һыуға китәм инеп.
Мин үҙемә үҙем ау ҙа,
Мин үҙемә яу әле.
Үҙемә үҙем мин — упҡын,
Үҙемә мин тау әле.
Әле ҡош кеүек ирекле,
Әле ҡол кеүек биктә.
Ҡасан үлһәм дә ваҡытлы,
Ҡасан үлһәм дә иртә.

Ҡара алтын

Көн дә йыуынып, киҫһәм дә,
Тырнаҡ аҫтым булыр кер.
Хәлемә кер, кер түгел ул —
Үҙенсәлекле фекер.

Мин иң тәүҙә бер нәмәне
Әйтәһем килә һиңә:
Тырнаҡ аҫтыма ғынамы,
Өҫ-башыма ул һеңә.

Беҙ бит ҡойонабыҙ уның
Ҡара бысраҡ һыуына.
Алтынында уға хужа —
Бай ҡойона һуңынан.

Вахтовиктар ҡасабаһында

Ҡайтып килә ирҙәр эштән:
Буровойҙан, төҙөлөштән.
Юл ситендә йәш ҡайындар
Мунсағаса теҙелешкән.

Миндек эҙләп йөрөйһө юҡ,
Йолҡабыҙ йәш ҡайындарҙы.
Эшләү, йоҡлау, ашап алыу —
Шунан башҡа ҡайғы бармы.

Аҙнаһына бер булһа ла
Рәхәт инде мунса төшһәң.
Өй иҫкә төшһә, унда гел
“Бәлеш бешкән, билғау төшкән”.

Башҡа ергә ҡарағанда
Башҡортостанда тик яҡшы.
Ни өсөн һуң улай булғас —
Себер тулы гел яҡташым?

Ҡайтып килә ирҙәр эштән,
Буровойҙан, төҙөлөштән.
Бында юҡ тауыш бүлешкән,
Бында гел тауыш көлөшкән.

Йәшлеккә ҡайтып

Ҡолаҡсыныңды төшөр ҙә
Яғаңды күтәр.
Ҡоторһон буран, тоташһын
Ер менән күктәр.

Һыуыҡҡынамы ни — ҫыуыҡ,
Туҡта боҙ туңған.
Ат егеп алып санаға,
Төрөнөп тунға,
Киттем утынға.

Һыуығы ла, бураны ла
Ҡурҡыныс түгел,
Гөлсөмдәрҙең тәҙрәһенән
Ҡарап ҡалды гөл.

Үҙе лә күреп ҡалғандыр
Үтеп киткәнде.
Их, белһә ул минең ниндәй
Егет икәнде!

Фажиғә

Нимә булһын тиһең миңә?
Нимә булһын булғандан!
Яҡшыраҡ, имеш, данлыҡлы
Булғансы булмағандан.

Дан иҫертә, айыҡ килеш
Ҡараттырмай донъяға.
Ул бөйөк яҙмаларын да
Усаҡҡа ташлап яға.

Ҙур фажиғә түгелме ни
Янып бөтөүе утта?
Ҡулъяҙмалар янмай, тиҙәр,
Фажиғәлерәктер хәлдәр —
Уҡыусы уны юҡта,
Уҡыусы һине юҡта.

* * *
Ай — янын бөктө төнгө күк,
Йондоҙҙары нур уҡлы.
Күктә генәлер данлыҡлы,
Ерҙә тормош хурлыҡлы.

Аҙмы үртәлдең һин, йәнем,
Тап төшөрмәй намыҫҡа?!
Ашыҡмай тор әле күккә,
Саҡыр ерҙә алышҡа!

Ай — яныңда бирсе, күгем,
Нур — уғыңды бир миңә.
Күңел — йомшаҡ, ҡорал — ҡаты,
Был ерҙә мин ир ниңә?


Вернуться назад