Күптән түгел Стәрлетамаҡта Ҡала көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Гагарин исемендәге ял паркы, Ҡала мәҙәниәт һарайы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙансыҡтарҙа көн дауамында күңелле уйындар, йыр-бейеү ойошторолдо.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов ҡунаҡтар менән Гагарин исемендәге ял паркында яңы эшләй башлаған аттракциондарҙы ҡараны. Уларҙы төҙөү өсөн инвесторҙар 90 миллион һум аҡса бүлгән. Алдағы ике йылда ла бында күп үҙгәрештәр көтөлә. Ҡунаҡтар шулай уҡ «Аҡҡайын» шифахана-профилакторийы менән танышты. Бында бер юлы өс проект тормошҡа ашырыла: ситтән килгән табиптарҙы – фатир, авария хәлендәге йорттан күсерелгән кешеләрҙе уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡала брендына ярашлы, «Үткәндәрҙе тергеҙеү» проектын ғәмәлләштереү.
Күп функциялы үҙәк байрам көнөндә лә эшләне. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошма ни бары бер нисә ай элек сафҡа индерелһә лә, ҡала халҡы араһында абруй яулап өлгөргән. Хеҙмәтләндереү 15 минуттан артыҡ ваҡыт алмай, банктағы кеүек халыҡты электрон сират буйынса ҡабул итәләр.
Артабан ҡунаҡтар ҡаланың 250 йыллығына планлаштырылған Тыныслыҡ урамындағы йәйәүлеләр зонаһында булды. Унда Баязитовтарҙың сауҙа рәттәре реконструкциялана башлаған, Санкт-Петербург компанияһы заманса төҫлө, музыкаль фонтандар ҡуйыу менән мәшғүл.
Ҡала көнө айҡанлы кескәйҙәр өсөн дә ҙур бүләк әҙерләнгәйне. Локомотив урамындағы балалар баҡсаһы тулыһынса яңыртылып, үҙ ишектәрен асты. Бинаның эске яғын 18-се лицей студенттары биҙәгән. Йәштәрҙең фантазияһы һәм сағыу буяуҙар бүлмәләрҙе хас та әкиәт иленә әйләндергән.
Көн дауамында Еңеү паркында хәрби техника күргәҙмәһе эшләне, Башҡорт дәүләт театр-концерт берләшмәһе алдында матур концерт ойошторолдо. Байрам Мәскәүҙән килгән «Кармен» төркөмө артистарының сығышы, флешмоб һәм салют менән тамамланды.
Эльдар ФӘТТӘХОВ,
“Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе,
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.