Милли музей юбилейын билдәләй25.06.2014
Милли музей юбилейын билдәләй
Республикабыҙҙың Милли музейы 150 йыллығына арналған юбилей сараларын билдәләй башланы.


“Музей калейдоскопы” тип аталған тәүге кисә уч­реждениеның бөтә залдары буйлап экскурсияларҙы, уйындарҙы, викториналарҙы берләштерҙе. 20 июндә республиканың төп музейы төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләне, ҙур ташлама яһалып, һәр 150-се билет бушлай тапшырылды. Ихатала башҡорт тирмәһе ҡуйылды, ҡурай моңо яңғыраны. Бында һәр кем башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре менән танышыу, йомаҡтар сисеү, милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлегенә эйә булды.
Музейҙың ишек төбөндә төрлө һорауҙар бирелгән уйын ҡағыҙы таратылды. Йомаҡтарҙың яуабын тиҙ арала тапҡандарға бүләктәр тапшырылды. Ошонда уҡ Илдар Сәғәҙиевтең “Өфө ҡалаһы” фотокүргәҙмәһе ойошторолдо. Сочи ҡалаһындағы Ҡышҡы Олимпия уйындарына арналған “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы” экспозицияһы, Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығына арналған, “Рафаэль Исламов һәм уның уҡыусылары” күргәҙмәләре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.


Вернуться назад