Яңыраҡ районыбыҙҙа республика төбәктәре араһында ойошторолған “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны үтте: Ейәнсура районы вәкилдәре беҙгә тантаналы рәүештә штандартты тапшырҙы. Шул уҡ көндә Яңауыл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды, Сапыҡ һәм Сәйетҡол ауылдары араһында “Бәйембәт” халыҡ байрамы ойошторолдо.
Күгәрсен ере элек-электән үҙенең тырыш, талантлы һәм уңған кешеләре менән дан тота. Республикала ғына түгел, ил күләмендә дан-шөһрәт ҡаҙанған сәнғәт әһелдәре, тарихи шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бихисап.
– Халыҡ уңышлы эшләһен һәм лайыҡлы йәшәһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Социаль-мәҙәни йүнәлештәге объекттар, юлдар төҙөү, газ үткәреү дауам итә. Мәҙәниәт өлкәһендә лә ҡаҙанған уңыштарыбыҙ етерлек, – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин.
Районда бөгөн 103 мәҙәни-ял итеү учреждениеһы эшләй. Былтыр Түләбай, Яңы Хвалын, Ялсы, Яңы Николаевский, Ерекле ауылдарында ремонттан һуң клубтар үҙ эшен башланы. Быйыл иһә районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының береһе Моҡаста өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа инде.
Мәҙәни марафон сиктәрендә Мораҡ һәм Йомағужа музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре халыҡҡа матур концерт тәҡдим итте. Мораҡта “Дан аллеяһы” янында “Үлемһеҙ полк” штабы ағзалары “Олатайыңды “Үлемһеҙ полк”ка яҙҙыр” акцияһының икенсе этабын үткәрҙе.
20 июндә иһә мәҙәниәт марафоны Көйөргәҙегә тапшырылды.