Яҙыусылар артты06.06.2014
Яҙыусылар артты
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы 14 йәш автор менән тулыланды. Ижади ойошмаға ошо көндәрҙә ҡабул ителгән ҡәләмдәштәрҙең исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.


Мәҫәлән, прозаик Айгиз Баймөхәмәтов (“Ҡалдырма, әсәй!”), шағирҙар Фәнил Бүләков (“Ҡибла эҙләгәндә”), Алмас Шаммасов (“Әсәй миңә ғүмер асҡан”), Рәшит Зәйнуллин (“Хыял иле”), Мөнир Иҡсанов (“Менегеҙ ҡанатлы аттарға”), Илгиз Ишбулатов (“Мин осар ҡош”), Зөлфирә Ҡарағужина (“Донъясығым”), Олеся Әхмәтрәхимова (“Тау шишмәһе”), Зарина Бағышаева (“Яҙ бүләге”) тәүге китабы менән үк уҡыусы күңеленә юл тапты.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Яҙыусылар союзында татар һәм урыҫ телдәрендә ижад итеүселәрҙең секциялары ла уңышлы эшләп килә. Уларҙың тәҡдиме менән татар телендә ижад иткән Айҙар Зәкиев (“Кешеләр илендә”), Руслан Сөләймәнов (“Уйларымны салдым сандалларга”) һәм урыҫса яҙған Игорь Савельев (“Терешкова летит на Марс”), Евгений Рәхимғолов (“Мотылек”), Кристина Андрианова ла (“Интервью с мечтой”) Союзға ҡабул ителде.
— Әле Яҙыусылар союзында күпселек — оло йәштәгеләр, — тине, йәш авторҙарҙы ҡотлап, Союздың идара рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев. — Әгәр бөгөндән үк киләсәк быуынды хәстәрләмәһәк, беҙҙән һуң әҙәбиәт арбаһын кем тартыр? Үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш әҙерләү, уларҙы ҡурсалау, китаптарын нәшерләргә ярҙам итеү — изге бурыс. Бөгөнгө йәш ҡәләм эйәләре киләсәктә рухиәтебеҙҙе байытыуға ҙур өлөш индерер тигән өмөттәбеҙ.
Башҡортостандың абруйлы ижади ойошмаһының яңы ағзаларына илһам ҡанаттарында елеп, арымай-талмай әҙәбиәткә хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ.


Вернуться назад