Батырға ла ял кәрәк21.06.2014
Батырға ла ял кәрәк
Борон-борондан яҙғы ҡыр эштәренән һуң үткәрелгән халҡыбыҙҙың хеҙмәт, дуҫлыҡ, йыр һәм бейеү байрамын илештәр ҙә шат күңел, күтәренке кәйеф менән тәүҙә – район үҙәгендә, һуңынан ауылдарҙа ҡаршыланы.


Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы «Урожай» хужалығы рәйесе Айҙар Мөхәрләмовҡа, «Урал» йәмғиәте механизаторы Альберт Ивановҡа, «Мир» кооперативының һы­йыр һауыу операторы Миләү­шә Ситдиҡоваға бирелде.
Байрамды асып, район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ауыл эшсәндәре­нең хеҙмәт байрамы менән ихлас ҡотланы, изге теләк­тәрен еткерҙе, эштәренә оло баһа бирҙе.
– Һабантуй – халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән, ерҙә тир түккән эшсәндәргә дан йырлаған, мәҙәни һәм рухи байлығыбыҙҙы сағыл­дырған иң матур байрам­дарыбыҙҙың береһе, – тине Илдар Иршат улы. – 58 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген культуралары сәселде. Бар хужалыҡтар ҙа яҙғы ба­ҫыу эштәрен, талаптарҙы те­үәл үтәп, атҡарып сыҡты. «Урожай» хужалығы, «Урал», «Илеш МТС»ы йәмғиәттәре, М. Горький, Куйбышев исе­мен­дәге, «Маяҡ» кооперативтары, «Илеш-Агро» йәм­­ғи­ә­-­ тенең «Сиг­нал», «Игенсе», «Прав­да» етеш­тереү участкалары, Ф. Ялалов, А. Рамазанов, И. Ихсанов крәстиән (фермер) хужа­лыҡ­тары яҙғы эштәрҙе алдын­ғылар рәтендә тамамланы. Бураҙнаға төшкән орлоҡ туҡ башаҡтар биреп, иген­селәр мул уңыш алыр, тип ышанғы килә.
Хакимиәт башлығы сарала ҡат­наш­ыусыларҙы яңынан-яңы хеҙмәт уңыш­тарына әйҙәп, сәләмәтлек, көс-ҡеүәт, ярыш-тарҙа уңыштар теләне.
Майҙандағы халыҡ Мә­ҙә­ниәт йылына, Илеш-Баймаҡ райондары дуҫ­лығына бағыш­ланған нәфис хореографик композицияны, байрам парадын айырыуса йылы ҡабул итте.
Сәсеүҙә, малсылыҡта еңеү­се­ләр бүләкләнде. Иң яҡшы күрһәткестәргә ирешкән һәм алдынғы технологиялар ҡулланған өсөн «Урожай» хужалығы (рәйесе – А. Мө­хәрләмов, баш агроном – Р. Нәбиев, баш зоотехник –А. Талипов, баш инженер – Р. Миң­ниәтуллин) «ВАЗ-2121» ав­томашина­һына эйә булды. Беренсе урынды М. Горький исемендәге кооператив яуланы. «Илеш МТС»ы йәмғиәте һәм «Илеш-Агро» йәмғиә­тенең «Сигнал» производство участкаһы икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште. Хеҙмәт алдынғыларын бүләк­ләү тантанаһынан һуң, илештәр менән баймаҡтар ҡатнаш­лығында байрам концерты дауам итте.
Һәр ерҙә ярыш гөрләне, уйын-көлкө яңғыраны. Милли байрамдың төп биҙәктәренең береһе булған ат сабышында абсолют чемпион булып халыҡ-ара мастер Динар Хафизов танылды. Милли кө­рәштә бил бирмәҫ көрәшселәр – Аҡкүҙ ауылынан Айназ Хәсбиев, Йөннө ауылынан Тимур Шәйәхмәтов менән Азамат Хәйбрахманов, Рсай ауылынан Айнур Кәримов менән Алмаз Ямалиев, Үрге Йәр­кәй­ҙән Дәүләт Тамилов, Та­тарстандың Аҡтаныш ра­­йо­­ны- ­нан Ришат Нурғәлиевтәр һынатманы. Еңеүселәргә бү­ләктәр, чем­пиондарға тәкәләр бирелде.
Һабантуй майҙанында кискә тиклем ҡурай, гармун моңо, йыр ағылды, күңел­дәрҙе йылытып илһам, дәрт өләште.


Вернуться назад