Донъяның мәшһүр бейеүсеһе Рудольф Нуриев хаҡында миндә һәр саҡ тәрән һыҙланыу йәшәне. Уның иленән ситтә талантын асҡаны өсөн, тиһегеҙме?! Юҡ, түгел! Иленә ҡайта алмағаны өсөн, тиһегеҙме?! Уның өсөн дә түгел! Хәйер, ул сәбәптәр ҙә йөрәкте әрнетә... Ә иң ныҡ йәнде тетрәндергәне – уны кемдеңдер балаһы икәнен уйлауҙан килә ине. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: һеҙҙең балағыҙ – данлыҡлы шәхес, уны бөтәһе лә маҡтай, бөтәһе лә ижадын данлай, ә һеҙ уны күреүҙән, унан бер ҡош телендәй генә хәбәр алыуҙан мәхрүм... Аллам һаҡлаһын бындай яҙмышты...
Ә бына "Родина" кинотеатрында башҡорт режиссеры Булат Йосопов төшөргән "Визит" фильмы һыҙланыуҙарҙы баҫҡандай булды. Белмәйем, бәлки, ваҡытлыса, әммә тәү ҡарашҡа тәржемәсе яҙмышын һүрәтләгән фильм, бөйөк бейеүсенең әсәһенең тетрәнеүҙәрен дә асты, тамашасыға өмөт бүләк итеп, өмөттө аҡланы.
"…Миңә 24 йәш. Миңә киләсәгем ҡайҙа булырға тейешлеген һәм ҡайһы юл дөрөҫ икәнлеген әйтеүҙәрен теләмәҫ инем... Уны мин үҙем табырға тырышасаҡмын. Минең "азатлыҡ" һүҙен аңлауым шунан ғибәрәт..." тип яҙа Рудольф Нуриев үҙенең "Автобиография" китабында. Эйе, ул – совет осоронда илдә ниндәй генә ваҡиғалар барыуына ҡарамаҫтан, азатлыҡҡа ынтылышын юғалтмаған шәхес.
Фильмға әйләнеп ҡайтайыҡ.1978 йыл. СССР. Башҡорт АССР-ы. Һис көтмәгәндә, Өфөгә делегация менән Иордания королеваһы Дина Абдель Хамид килеп төшә. Совет дәүләтенә хас булғанса, һәр ерҙә ҡымғырыз: ниңә килгән, ни өсөн, кем кәрәк уға? Ҡаршы алыусылар араһында тәржемәсе Муса Шәрипов та бар. Королева унан ярҙам һорай: Рудольф Нуриевтың әсәһенә хәбәр ҡалдырырға кәрәк. Әммә нисек: королева әйткән адрес буйынса "илен һатыусы"ның әсәһе йәшәгәнен белгәс, СССР етәкселеге унда барыуҙы тыя. Әммә Муса Шәрипов, бөтә ауырлыҡты үҙ өҫтөнә алып, әсәй кешенең йортона юллана. Тетрәндергес минуттар: әсә ролен башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичеваның бар һағышы, йән әрнеүе, мәңгелек ғазабы йөҙөнә яҙылған. Матур итеп йыйыштырылған, әммә ҡараңғы һәм һалҡынлыҡ бөркөлгән өй эсе күҙҙәрҙән йәш сығарырлыҡ итеп тәьҫир итә! Бына бит, әсәһе, кескәй генә булһа ла, хәбәр алған да баһа тип ҡыуанаһың эстән генә!
Совет осороноң рухы ғына түгел, тын алышы, элекке вокзал, аэропорт – барыһы ла беҙҙе үткән быуатҡа алып ҡайтып, һағыш утында яндыра. Бәйле эт һымаҡ идолдарға буйһонған илдең ҡолдары булған халыҡ аҫыл улдарын үҙе танымай. Муса Шәрипов та хөкөм ителә.
Һәр нәмә матди сығымдарға бәйле, шуға күрә Президент грантына тамашасыны һиҫкәндерерлек ошондай фильмдар төшөрөү – бик кәрәкле эш ул. Фильмдың директоры – Гөлнур Ильясова, ҡуйыусы операторы – Илдар Бикмәтов. Кино сәнғәте аша халыҡҡа күп нәмә әйтеп, күп фекер һалып була. Композитор Влад Савватеев көйҙәр менән оҫта эш иткән кеүек, рәссам Айгөл Байрамғолова ла кадрҙарҙағы "картинка"ларға ҙур иғтибар биргән. Әйткәндәй, көйҙәр "Башҡортостан" камералы оркестры тарафынан уйналған, дирижеры – Рөстәм Сөләймәнов.
Фильмдың режиссеры Булат Йосопов сценарийҙы ла үҙе яҙған. "Был сюжет тормоштағы хәлдән алынды, тиергә лә була. Әлбиттә, художестволы әҫәр булараҡ, үҙебеҙ деталдәр индерҙек. Муса Шәриповтың прототибы – Йәүҙәт ағай Исҡужин", – тип аңлатма бирҙе ул аралашҡанда. "Башҡортостан" киностудияһының тарихы бик йәш әле. Шуға күрә кино сәнғәтенән күпте талап иткәндә, беҙ профессионалдарыбыҙҙың да тәүгеләр икәнен онотоп ебәрмәҫкә тейешбеҙ, тип уйландым ниндәйҙер етешһеҙлектәр эҙләр алдынан. "Визит" фильмы әсә кеше булараҡ ҡына түгел, тамашасы булараҡ та минең өмөтөмдө аҡланы.