Дуҫлыҡты нығыттыҡ21.01.2012
Дуҫлыҡты нығыттыҡМатбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы осоронда гәзит уҡыусылар менән аралашыу бермә-бер йышая. Декабрҙә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, арҙаҡлы шағир Хәсән Назар, билдәле драматург Мөҙәрис Багаев, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихин менән Стәрлебаш районына сәфәр ҡылдыҡ.
Иң тәүҙә Түбәнге Аллағыуатта туҡталдыҡ. Ауыл рәсми документтарҙа шулай нарыҡланһа ла, халыҡ уны “Сарлаҡ” тип йөрөтә. Башҡорттоң йолаһына тоғро сарлаҡтар матур ҡаршы алды. Стәрлебаш район Cоветы секретары Айгөл Мусаҡаева, урындағы хакимиәт башлығы Зифа Ҡолһарина, мәктәп директоры Юрис Рәжәпов беҙҙе күптәнге таныштарылай ҡабул итте. Осрашыуға уҡыусылар, уҡытыусылар менән берлектә ауыл халҡының да килеүе күңелгә дәрт өҫтәне.
Сарлаҡта “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтары байтаҡ. Барлыҡ ғүмерен белем биреүгә арнаған уҡытыусы-ветеран Флүрә Барғусованың баҫма менән дуҫлығына быйыл алтмыш бер йыл тулған.
— Бала саҡтан урыҫ мөхитендә үҫтем, — тине Флүрә Ишбулды ҡыҙы. — Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла урыҫса белем алырға тура килде. 1950 йылда башҡорт ауылында эш башлағас, телде өйрәнеү маҡсатында “Совет Башҡортостаны”на яҙылдым. Ярты быуаттан ашыу инде яратҡан баҫмамдан айырылмайым. Ул дәрес үткәргәндә, ата-әсәләр менән эшләгәндә, үҙ балаларымды тәрбиәләгәндә лә ышаныслы ярҙамсым.
Хеҙмәт ветерандары Сынтимер Шәйәхмәтов, Тәслимә Бикташева, Гөлсирә менән Рафаил Ишһариндар ҙа “Башҡортостан”дың яҡын дуҫтары икән.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун алты уҡытыусы эшләгән мәктәпкә быға ҡәҙәр “Башҡортостан” гәзите бер дана ла килмәгән.
— Коллектив менән Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөн билдәләүсе “Башҡортостан” гәзитенә бөтәбеҙ ҙә яҙыласаҡбыҙ, — тип һүҙ бирҙе Юрис Шәриф улы.
Артабан Ҡабыҡҡыуышҡа юл алдыҡ. Ете йөҙҙән ашыу халҡы булған ауыл клубында алма төшөрлөк тә урын юҡтыр, тип ашҡынып килеп инһәк, һыуыҡтан өшөп ултырған егермеләп кешене генә күреп, баҙап ҡалдыҡ.
— Халыҡ хәҙер концерттарға ла йөрөмәй. Бер көн Өфөнән билдәле ансамбль килгәйне, утыҙлап ҡына кеше йыйылды, — тип урынында тапанды Ҡабыҡҡыуыш ауылы хакимиәте башлығы Миҙхәт Ибраһимов.
— “Башҡортостан” гәзитен әле нисә кеше алдыра? — тип ҡыҙыҡһынды хакимиәт башлығынан бындай вайымһыҙлыҡҡа йәне әсегән Хәсән ағай Назар.
— Йөҙ дана.
Быныһы ла аҡланыу өсөн генә әйтелгән һүҙ булды шикелле.
Хакимиәт башлығының фарман биреп ултырырға ғына түгел, ә халыҡты ойошторорға, йәмғиәт өсөн файҙалы эштәргә йәлеп итергә, кешеләрҙең көнкүрешен, йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн тырышырға тейешлеге һәр кемебеҙгә мәғлүм. Үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың һәр йортҡа, ғаиләгә барып етеүен ойоштороу, тимәк, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләү ҙә уның иңендәге яуаплы бурыс бит.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Стәрлебаш районы.


Вернуться назад