Ҡурған өлкәһенең күпселек ерҙәре — аҫаба башҡорт төйәге. Унда әлеге көндә 13 меңгә яҡын милләттәшебеҙ көн итә. Ә инде өлкәнең Сафакүл, Әлмән райондары саф башҡорт ауылдарынан тора. Әйткәндәй, 14 июндә Сафакүл районында һабантуй үтәсәк. Халыҡ байрамына Башҡортостан делегацияһы ла саҡырылған. Ошо уңайҙан район хаҡында бер аҙ мәғлүмәт биреп үтмәксебеҙ.
Сафакүлдәге ер-һыу атамаларынан милли тарих бөркөлөп тора. Ниндәй генә ауылдың исемен телгә алма, һәр ҡайһыһы был төбәктең төп хужалары хаҡында белдерә. Сөләймән, Һарт-Әбдрәш, Ҡалмыҡ-Әбдрәш, Абултай, Бол-Солтан, Баҡай, Аҙналы, Аҡкүл, Бикбирҙе, Мырҙабай, Баязит кеүек саф башҡорт ауылдарында йәшәүсе милләттәштәребеҙ үҙ тарихын яҡшы белә. Ошо яҡ диалектында матур итеп һөйләшкәндәрен ишетеп ҡыуанаһың.
Әлбиттә, күп нәмә урындағы етәкселәргә лә бәйле. Был йәһәттән сафакүлдәр район хакимиәте теҙгенен ышаныслы тотоусы Рәшит Абдулла улы Хәйернасовҡа таяна ала. Райондың депутаттар Думаһын иһә Ғата Сафа улы Бакиров етәкләй. Был төбәктәге депутаттарҙың күпселеге төп халыҡ вәкилдәренән булғас, милли байрамдарҙы үткәреү, төрлө сараларҙы ойоштороу ҙа тейешле кимәлдә.
Әлеге көндә Сафакүл районында 17 меңгә яҡын кеше йәшәй. Сафакүл ауылы төбәктең административ үҙәге булып һанала. Билдәле ғалимдар Ә. Әсфәндиәров, Д. Вәлиев, Р. Янғужин был ауылға башҡорт Сафа Йомағолов нигеҙ һалғанын дәлилләне.
Районда аҙым һайын тиерлек күлдәр бар. Был иһә балыҡ үрсетеү һәм унан төрлө аҙыҡ етештереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Ошо урында райондағы Шамилә күле хаҡында ентеклерәк яҙып китмәксемен. Халыҡта уны Сульфатлы тип тә йөрөтәләр.
Шамилә кеүектәр — Рәсәйҙә һирәк күренеш. Уның төп үҙенсәлеге — ныҡ тоҙло булыуы. Шуға ла кеше һыуға сумам тиһә, кире өҫкә ҡалҡып сыға.
Үҙенсәлекле күлдең кеше организмына файҙаһы бихисап. Әгәр быуының һыҙлаһа, сәсең ҡойолһа, тәнеңдең берәй ере яраланһа йә иһә һәр иртә тешең ҡанаһа, бөгөндән үк шунда юллан. Аталған тәбиғи ҡомартҡының тағы бер үҙенсәлеге бар: уның төбөндә күк балсыҡ түшәлеп ята. Шул балсыҡты сығарып, тәнгә һылаһаң, йәшәрәһең дә ҡуяһың. Кешеләр бында ҡайҙан ғына килмәй! Шуныһы уңайлы: күлдең янында ҡала ла, күңел асыу үҙәге лә юҡ. Яр буйында урынлашҡан өсөн дә, машиналарҙы ҡалдырғанға ла бер тин түләргә кәрәкмәй.
Шамилә күлен күптәр тикшереп ҡараған икән. Һәм, ни ғәжәп, уның дауалау сифаттары Үле диңгеҙҙекенә тап килгән. Тимәк, һыуҙа ятып китап уҡып, тәнгә дауа алыр өсөн әллә ҡайҙағы Израилгә бараһы түгел.
Сит ил паспорты юллап, алыҫ яҡҡа олағам тип, бер нисә айлыҡ эш хаҡын сарыф иткәнсе, йомарт Сафакүл еренә рәхим итегеҙ!