5 июлдә Салауат районының Малаяҙ ауылында “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы үткәрелә. Быйыл ул милли батырҙың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнала.
Йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ, өлкәндәргә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған байрамда Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған этно-фестиваль уҙғарыласаҡ.
Унда “Батыр тоҡомо”, “Йөҙөк ҡашы — Зөләйха”, “Егерме лә ике йәшендә” этноконкурстарын уҙғарыу ҡаралған. Батыр һәм Зөләйха исеменә дәғүә иткән йәштәр шәжәрәһен белергә, шиғыр, йыр, бейеү бәйгеләрендә ҡатнашырға, үҙ ырыуының кейем-һалымын, атрибутикаһын күрһәтергә тейеш. Этнотөркөмдәр конкурсында иң яҡшы коллектив билдәләнәсәк. Уның репертуарына Салауат Юлаевтың тормошо, хәрби эшмәкәрлеге һәм ижады сағылдырылған башҡорт халыҡ йыры инергә тейеш.
Бынан тыш, фестивалдә “Көмөш өҙәңге” йүнселлек башланғысы һәм һөнәрселек бәйгеһе үткәрелә. Унда предприятиелар, уҡыу йорттары, ижади коллективтар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
“Исемем минең — Салауат” парадында Салауат исемен лайыҡлы йөрөткән орден кавалерҙары, конкурс лауреаттары, геройҙар, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа еңеүселәр, чемпиондар, яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, етештереү алдынғылары һәм башҡалар ҡатнаша.
Бер көн алдан, 4 июлдә, кис “Salavat” бейеү флешмобы – ритайым – уҙғарыла. Йәштәрҙе күңелле башҡорт бейеү көйҙәре, төрлө халыҡ уйындары көтә.