Һабанда ла һайрашты, майҙанда ла һыр бирмәне Баҡалы игенселәре. Йыл да үткәрелеп, тәртибе ятланып бөтһә лә, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең төп байрамына һәр ваҡыт етди әҙерләнә, программаны яңы саралар менән байыта улар. Ситтән килеүселәр генә түгел, көн дә тиерлек күрешеп-осрашып торғандары ла ҡунаҡ сифатында аяҡ баҫа бит һабантуй майҙанына.
Һүҙ тейҙерәһе түгел: дәртлеләр, булдыҡлылар һәм эшсәндәр төйәге ул Баҡалы. Күп милләтле халҡы ла һәр сарала бергә, берҙәм. Йәшеллеккә күмелгән һабантуй майҙанын тағы ла ҡупшыландырып ҡаршы алдылар килеүселәрҙе. Урам-урам булып ултырған тирмәләр ҙә һәр кемде үҙенә тартты. Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр, урындағы хакимиәттәр вәкилдәре һабан байрамына килгән мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов, “Яҡташ баҡалылар” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Айрат Шаммазов һәм башҡалар менән тап ошонда осрашты.
Башҡорт, крәшен, татар, урыҫ, сыуаш фольклор ансамблдәре, төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, олоһонда ла, кесеһендә лә байрам кәйефе тыуҙырҙы. Ә инде райондың йөҙөк ҡашына әүерелгән “Һандуғасҡай” крәшен, “Шишмәкәй” башҡорт балалар, “Уралым” бейеү, “Пеледыш” мари фольклор ансамблдәре ауыл хужалығы эшсәндәренең байрамын көноҙоно биҙәне. Улар яңғыратҡан йыр-моң ялан батырҙарына — “Яҡты шишмә”, “Бозор”, “Дружба”, “Ҡорос”, М. Хәсәнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативтары, “Үмәр”, “Нива”, “Михайловка” йәмғиәттәре хеҙмәтсәндәренә — арналды.