Кесе йыһандан – Оло йыһанға13.06.2014
Кесе йыһандан – Оло йыһанға (Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһына ҡарата)

Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған аулаҡ өйҙәрҙәге әңгәмәләрҙе ишетеү – Нурия өсөн йәнә бер фәһем, үҙе әйтмешләй, йәнә бер серле йыһан асыу. Аңлап етмәгән осраҡта эргәһендә аҡыллы Рәйхана ҡартәсәһе бар. Түбәндәге өҙөк – шуға миҫал.
“...Иҫемә төштө: бәләкәй саҡта, әлеге төпсөнөүем бар бит инде, ишетеп ҡалдым да ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ята тигәнде, ғәжәпләнеп һораным:
— Ҡартәсәй, нисек керә ул ир-егеттең эсенә ат?
— Яйлап аңларһың әле үҙең, — тине лә ҡуйҙы.
— Ә ҡатындарҙың эсендә лә ятамы ул ат? – тип ныҡышам.
— Ҡатындарҙың эсендә Йыһан үҙе ята!
Мин бөгөн дә, йөклө апайҙарҙы күрhәм, ҡорhаҡтарының Ер шары төшөрөлгән глобус кеүек йоп-йомро булыуын иҫкәрәм...”
Тап ошо урында авторҙың монологтар һәм диалогтар ҡороу оҫталығын билдәләп үтергә кәрәктер. Ғәмәлдә, был алым һүрәтләү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Уның аша геройҙарҙың холоҡ-темпераменты, рухи кимәле, тормошҡа ҡарашы яҡтыртыла, ҡылыҡтарының сәбәптәре юллана. Һәм, әлбиттә, тап ошо тапҡырҙа урындағы һөйләш үҙенсәлектәре күренә, архаизм хисабындағы бәғзе матур һүҙҙәрҙе тергеҙеү мөмкинлеге бирелә.
“Ҡыҙ бала” китабында Гөлнур Яҡупова төп героиняға, уның уйланыуҙарын, йәшәйеш асылына төшөнөргә тырышыуын һүрәтләүгә ғәйәт ҙур иғтибар бирә, уның идеалдарын, киләсәкте күҙаллауын байҡай, хикәйәләү динамикаһында артабан хәрәкәт итәсәк мөһим персонаждарҙы индерә, яҙмыштарға нигеҙ һала. Әлбиттә, әҫәр тағы ла бихисап геройҙарҙы, яҙмыштарҙы үҙ эсенә аласаҡ һәм уларҙың һәр ҡайһыһы осраҡлы килеп юлыҡмаясаҡ, ә автор тарафынан алдан уҡ уйлап, ҡороп ҡуйылған сюжет һыҙығында хәрәкәт итәсәк, “Ҡатындар”ҙың юғары идеяһын бар тулылығында асыуға хеҙмәт итәсәк. Ахырға ҡалдырмай, мин ул идеяны асыҡлап та ҡуйыр инем: ҡайҙа ғына йәшәмәһен, заты кем генә булмаһын, үҙен шәхес итеп тойған, ошоға аңлы рәүештә ынтылған кеше ғаиләһе, ауылы, иле-халҡы, хатта ки тыуған планетаһы яҙмышы өсөн шәхсән яуаплылыҡ йөкмәп йәшәй. Эйе, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, яҙыусының һөнәри амбицияһы, алған маҡсаты – ошо.

***
Трилогияның икенсе китабының исеме үк әйтеп тора уның йөкмәткеһендәге иң көслө аккордтың яңғырашы тураһында: “Бер һөйгәнем өсөн...” Был һүҙбәйләнештең тулы рәүеше, тәрән мәғәнәһе башта уҡ асыҡлана. Нурия алыҫтан ишетелгән гөрһөлдәүгә һиҫкәнеп уяна ла ҡабаттан йоҡо ләззәтенә сумырға тамшана, әммә сума алмай, ҡалҡыуыс кеүек ҡалҡа ла сыға өҫкә – һиҫкәндереп уятҡан таңға. Толпарлының һыулаған йылғаһы Күрәнле айбарлана, боҙо аҡтарыла икән. Ҡартәсәһе уны, боҙ китеүен тамаша ҡылырһың, Татар әбекәйеңә иптәш тә булырһың, Әдисәйен юҡһынып, ярҙа баҫып торалыр, бар, тип һыу буйына йүгерергә өгөтләй. Тамаша шул! Юғиһә Күрәнле ғәҙәттә төнөн егә боҙ арбаһын... Йүгерә. Бәй, ысынлап та Татар әбекәй яр башында баҫып тора?! Нурия уны бәләкәйҙән яҡын күрә, йомошҡа барғылап йөрөй. Әммә тап әлеге боҙ киткән көндән башлана уларҙың ысын дуҫлығы. Серҙәре берегә: “И, балакай, бер сөйгәнем өчен алтмыш сөймәгәнне сөярмен, диләрме әле толпарчыкканнар? Нәк шул мәкаль әнә минем хакта”, – тип Татар әбекәй уға күңел түрен аса.
Бер һөйгәнем өсөн… Был һүҙҙәрҙең асылын ҡартәсәһе аңлата Нурияға: “Бер һөйгәне, берҙән-бере өсөн даръялар кисеп килеп, ят ергә ерегеп, сит ҡәүемгә берегеп, йәғни ҙә тағы алтмыш һөймәгәнде һөйөп, йәғни ҙә үҙ итеп, йәшәп китеүе еңел булған тиһеңме ни уға?! Ҡырымына ҡайтып китмәне, хәләленең ҡәберен ташламаны. Әй, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы…” Улай икән. Бер һөйгәнең өсөн уның ата-әсәһен, нәҫел-нәсәбен, ил-йортон да һөйөү зарур. Нурияның төпсөр уйҙары ошо уңайҙа мөхәббәттә ир-егеттәр ниндәйерәк, ҡатын-ҡыҙ һымаҡ фиҙакәрме улар ҙа тигән тарафты байҡамай ҡалмай, әлбиттә. Бәйән дәфтәренә “Толпарлы Пенелопаһы” тигән яҙма өҫтәлә.
Гөлнур Яҡупова төп героиняһын шәхес булараҡ үҫтереүен тайпылышһыҙ дауам итә, зиһенен тосораҡ фекерҙәр, тәьҫораттар менән биләй бара. Йәш зиһендә сәйәси һиҙемләү, аналитик һәләт, ватансылыҡ тойғоһо бөрөләнгән осор был. Ул инде һәр күренешкә тәнҡитсел күҙлектән ҡарай, үҙаллы һығымталар яһарға ынтыла. Уҡыусы балала был сифаттарҙы тәрбиәләүҙә мәктәптең тотҡан урыны ифрат та ҙур икәнлегенә баҫым яһала әҫәрҙә. Нурияның яҙмышында ғүмере буйы баһалап бөткөһөҙ роль уйнаған, математикаһын фәндәр батшаһы тип йөрөткән, халыҡтың аң-мәғлүмәт даирәһен уяу тотҡан, сит ил радиоһын тыңлаған “йоҡоһоҙ локатор” Әмин абый, тәү ҡарашҡа ҡырыҫ, уҫал күренһә лә, ғәмәлдә һәр бала өсөн хәстәрле мәктәп директоры Сәкинә апа, тәкәбберерәк ҡала ҡыҙы “англичанка” Адель – Әҙилә, мәктәп баҡсаһында зәңгәр раузаға тиклем үҫтергән ботаника уҡытыусыһы Әлфиә апа (уҡытыусыларға “апа”, “абый” тип өндәшеү ауылдарҙағы ғәҙәткә ярашлы) һәм башҡалар әҫәр һуҙымында ҙур ихтирам менән һүрәтләнә, бер-береһен ҡабатламаҫ бөтөн образдар дәрәжәһенә еткерелә.
Тормош иһә, өлгөргәнлек аттестаты алғас, Нурияның алдына сираттағы дилемманы килтереп ҡуя. Артабан ни эшләргә? Туғандарының, сабый хөкөмөнә инеп барған өләсәһенең, ҡартәсәһенең үҙенең күҙенә ҡарап ҡалырын аңлай... Ул арала класташтары тарала башлай... Нурия киләһе йылға ситтән тороп уҡыр өсөн (география факультетын һайлай) стаж эшләргә хәл итә, мәктәпкә пионервожатый булып урынлаша.
Шул мәлдәрҙә Кәбир дуҫы уға йөрәген аса, мөхәббәтен белдерә. Яҙғы ләйсәндәй һибәләп үткән самими тойғоларын Нурия аҡылы менән йүгәнләп ала, бәләкәс сағында уҡ, балаларымды атай икмәге ашатып үҫтерермен, тип ант итә яҙғанын онотмаған әле... Юҡ, киләсәктә ул яҙмышын әлүктән ситкә осорға ҡанатланған, Мәскәү, Париж, бөйөк рәссамдар үрнәге тип хыялланған Кәбир менән бәйләмәйәсәк, вәғәҙә бирмәйәсәк, уның да ижад, дан юҫығында ятҡан юлын киҫмәйәсәк. Алғараҡ күҙ ташлап, әҫәрҙә дуҫлыҡтың һоҡланғыс үрнәктәре тупланған, был изге күренештең тормошта таяныс, намыҫ үлсәме булыуы иҫбатланған, тип билдәләп китәм.
Ят тупраҡта тамыр йәйә алмаҫ гөлдәр була, мин шундай гөлдөр, моғайын, ти Нурия, ауылын бер ҡасан да ташлап китмәҫкә ҡарар итә. Һәм бәйәндәренә тәьҫораттар туплай. Йәнтөйәге, һыулаған һыуҙары Нурия өсөн һаман да бөткөһөҙ сер сығанағы булып ҡала. Иҫкә алһаҡ, әсәһе Белоретҡа көнбағыш һатырға киткән мәлдә Нурияның күңелен шом баҫа, шунда ла ҡартәсәһе, яҡшыға юра, ҡолоҡасым, гонаһһыҙ баланың теләге ҡабул була, Күрәнлегә барып, мәкегә ҡарап, теләк телә, ағын һыу изге ул, һәр һүҙеңде Күккә олғаштырыр, тип йыуата. Фариза еңгәһе алдаҡ “гөман” менән һаташҡанда, ҡартәсәһе уны Зәңгәр шишмәлә ҡойондороп доға уҡый, шул хәстәһенән йолоп ҡала. Йәғни яҙыусы халҡыбыҙ ижадында һыуҙың сакраль мәғәнәгә эйә икәнлеген аңғартҡан архаик мотивтарҙы яҡшы белә. Толпарсыҡҡан күленең атамаһы (легенда буйынса, унан ҡанатлы толпар, уға эйәреп, ҡола аттар сыҡҡан) үҙе генә лә әллә күпме мәғлүмәт бирә бит. Боронғо Ебәк юлындағы Дөйә үркәсе тигән бейек кенә ҡалҡыулыҡты артылып аҡҡан Зәңгәр шишмә һуң! Нурия өсөн ул да – бер уй сығанағы: “Бар икән шул үргә аҡҡан йылғалар – ололар әйтмешләй, башҡаса сараһы юҡ уларҙың. Кеше тәбиғәте менән аналогия юҡ тип әйтерһеңме?!”
Төп героиня үҫә төшкәс, телендәге, тәьҫораттарындағы бер ҡатлылыҡ, самимилыҡ, мәғлүмәти йөк һалынған етдилек анализ менән алмашына бара, әммә хикәйәләү барышы һүлпәнәймәй, сағыу биҙәктәрен юғалтмай. Геройҙарының характерын тәрәнерәк асыу, ҡылыҡтарына аналогия үткәреү маҡсатында тәбиғәт символикаһын виртуоз уйнатыуын дауам итеп, Гөлнур Яҡупова әҫәрен психологик йәһәттән ҡыҙыҡлыраҡ итеүҙең йәнә бер алымын үтемле тапҡан. Ул да булһа – Нурияның “үҙем”дәре. Миндә ул “үҙем”дәр әллә нисәү, йыуашы ла, уҫалы ла бар, прокуроры менән адвокаты ла хаҡлыҡ өсөн бәхәскә инеп китә, ти ул. Трилогияла килеп тыуған төрлө ситуацияларҙа, бигерәк тә Нурия ниндәйҙер һынау алдына ҡуйылғанда, “үҙем”дәр бәхәсләшә, һәр ҡайһыһы үҙ ҡарашын яҡлай, логик фекерләү үрнәктәре күрһәтә.
Һиҙгер уҡыусыға мәғлүм: Гөлнур Яҡупова шиғриәтендә лә, прозаһында ла үҙен нескә психолог итеп күрһәтә килде. “Ҡатындар”ҙа иһә уның был оҫталығы тағы ла тулыраҡ асылды, буғай. Ыңғай образдарының күркәм һыҙаттарын ул артыҡ сурытмай, эшләгән эштәре, башҡаларға ҡарата мөнәсәбәттәре, башында йөрөткән уйҙары аша ла күрһәтә, кире персонаждарҙың алама ғәҙәттәрен дә маңлайына төртөп әйтеп бармай, ҡылыҡтарын һүрәтләүе етә. Гөлнур Яҡупованың ҡәләме ғәҙәттә төҫлө буяуҙар менән, мәле менән контрасты көсәйтеү маҡсатында аҡ йә ҡараға ғына манып, ижад итә. Әммә ҡара буяуҙар менән әҙибә һаҡ эш итә, тура юлдан тайпылған геройҙарына ғәйебен танырға, ярлыҡанырға мөмкинлек бирергә тырыша. Самогонсы Сәмәй ҡарсыҡ, Хәйри бур, Салпа Сәғүрә образдарындағы үҙгәрештәр – шуға миҫал.
Иғтибарға лайыҡ тағы ла бер күренеш – әҫәрҙә төрлө һөнәр кешеләренең хәрәкәт итеүе: һауынсы, сөгөлдөрсө, механизатор хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, агроном, һатыусы, урмансы, почтальон, милиционер, табип, мейес сығарыусы, ғалим, рәссам, осоусы һәм башҡалар, бар әҫәр геройы, Нурияның фекерләү һәм күңел күгендә. Уларҙың һәр береһенә аҙаштырмаҫлыҡ һөнәри һыҙаттар, ниндәйҙер ваҡиға, һис юғында лаҡап беректерелгән.
Трилогия киңлегендә ваҡиғалар ҡоласы киңәйгәндән-киңәйә, персонаждар ишәйә бара. Әммә баштараҡ телгә алынғандар ҙа онотолмай, бик урынлы итеп йәнә телгә килеп керәләр. Күптән донъялыҡта булмаған, исемдәре революция, колхозлашыу осорҙарын байҡағанда ғына аталып киткән образдар ҙа хәтер сәсмәүеренән төшөп ҡалмай, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалғандары ла онотолмай – халыҡ хәтеренең, коллектив уйҙың юйылмаҫлығына тура ишара был. Ҡарамырҙа имам, мәҫәлән, йәштәргә дини дәғүәт-өгөт биреү, балаға исем ҡушыу йәһәтендә иҫкә төшөрөп алына, сөнки әҫәрҙә күп кенә исемдәрҙең мәғәнәһе асыҡланып кителә: Вәрәҡә – йәшел япраҡ, Руслан – арыҫлан, Нурзидә – күҙ нуры һ.б. Шунда уҡ Рәсүл Ғамзатовтың “Ҡыҙҙар исеме йондоҙҙар балҡышына һәм гөл-сәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китап аҡылы сағылырға тейеш” тигән һүҙҙәре миҫалға килтереп үтелә.
“Толпарлы йөрәгенең антеннаһы барҙыр, тотош илдең, хатта ки планетаның тын алышын тоя, тотоп ала был һиҙгер антенна, – ти Нурия Ташкенттағы ер тетрәү фажиғәһен бәйән иткәндә. – Ауылыбыҙҙың нәҫелдәше ләһә Үзбәкстан, унда Толпарлы ҡыҙҙары килен булып төшкөләгән, уларға үзбәк кейәүҙәр севимли (һөйөклөм) тигән...” Әйткәндәй, Урал армыттарына һыйынған төпкөл ауылға ил өҫтөндә, донъя киңлегендә барған ҙур ваҡиғалар теге йәки был юл менән килеп ҡағылмай, фекер уятмай ҡалмай. Мәҫәлән, толпарлылар Силәбенән төшкән Фариза килендәренә килгән хат аша шул төбәктәге атом шартлау хаҡындағы йәшерен мәғлүмәткә лә эйә була. Нурияның бәйәндәр дәфтәрендә үҙе тапҡан хәҡиҡәттәрҙең тағы береһе теркәлә: “Ауыл тигәс тә, ул үҙенең айырым бер утрауҙа, бәйләнешһеҙ яңғыҙлыҡта йәшәмәгәнен, ә Ер шарында, Йыһанда бар ителгәнлеген ап-асыҡ аңлап, тойоп йәшәй ҙәһә! Миңә ҡалһа, ауыл – донъя кендеге ул. Шул кендек бар ғәләмде ризыҡ менән туйындыра, мәңге юйылмаҫ ҡан хәтере, тел мираҫы, рухиәт менән һуғара һәм, моғайын, тап ошо бәйләнеш аша ҡайтарылалыр ҙа уға ғаләм шаңдауҙары: кешенең кесе йыһаны әсә ҡарыны булһа, кешелектеке – ауылдыр ҙаһа!” Төп героиняның ошо фекере бөтә әҫәр дауамында, төрлө дәлилдәргә таянып раҫлана килә.
Хәсрәт үҙеңдең бәғереңде киҫкәс кенә башҡаларҙың күңел яраларына иғтибарлы була башлайһың – ошо дөрөҫлөктө Нурия бәләкәйҙән аңлай. Аңлағанын күңел сәхифәһенә теркәй бара: берҙән-бер улын һуғышта юғалтып хыялый булған күрше Ғәҙилә инәй, һыңар ус бойҙай урлап тотолоп, Магаданға каторгаға һөрөлгән бисара Гөлбикә... Һанай китһәң, әҙме ни һуғыштан һуң әле саҡ яралары уңала, тамағы ашҡа туя башлаған тол ҡатындар, ғәрип ирҙәр, етем-еһер менән тулы ҙур ауылда тыуып үҫкән ҡыҙҙың йөрәгенә ҡағылып үткән, эҙ ҡалдырған хәл-ваҡиғалар. Ул, әлбиттә, эрене ваҡтан айыра белә, ҡыҫыр ҡайғыға иҫе китеп бара торған түгел. Әммә әхирәте Әсмәнең башына төшкән хәсрәт алдында батыр булып ҡылана алмай. Тыштан күрһәтмәһә лә, бик ауыр кисерә ул серҙәшенең сираттағы ауыр һынауға юлығыуын: армияға оҙатып ҡалған егете – беренсе мөхәббәте Артур армиянан төҙәлгеһеҙ инвалид булып ҡайта. Айыусыла – тап шул осорҙа перспективаһыҙ тип бөтөрөлгән урмансылар ҡасабаһында – һөйгәнен кешеләрҙең йәлләүсән ҡарашынан ҡасырып көн итә Әсмә. Артабан уҡыусының күҙ алдынан үҙәк өҙгөс ваҡиғалар теҙмәһе үтеп китә. Нурия Айыусыға килеп йөрөй, әхирәтен ташламай. Иғтибарҙы йүнәлтеп китке килә: толпарлыларҙың күпселеге ҡулынан килгән изгелекте эшләргә тырыша бәләгә тарығандарға.
Әсмәгә күптән ғашиҡ Әшрәфтең күркәм һыҙаттары ла айырым-асыҡ күренә был ваҡиғалар фонында. Ошо тәңгәлдә, яҙмышы әҫәрҙең башынан аҙағынаса ҡайта-ҡайта иҫкә алынған, хаслыҡтан, ике йөҙлөлөктән алыҫ торған тәбиғи ихлас холоҡло, саф йөрәкле, ҡаһарман рухлы урман ҡыҙы Әсмәнең күркәм образын автор төп героиняһынан да ҡалҡыуыраҡ итеп күрһәтмәйме, тигән һорау тыуып ҡуя, әммә уға яуап тиҙ табыла: Нурия шулай теләй, бәйән теҙгенен ул тота ҡулында, уның күңеле ваҡ ниәттәр менән сыбарланмаған.
Төп героиня уҡытыусы булғас, хикәйәләү канваһынан мәктәп темаһы бер тотам да төшөп ҡалмай. Комсомолдың 50 йыллығына әҙерләнеү барышында Мәскәү комсомолы уйлап сығарған ҡайһы бер инициативалар Толпарлыға ла килеп юлыға. Улар 2018 йылда йәшәйәсәк быуынға бөгөнгөләр исеменән мөрәжәғәттәр, нәсихәттәр, шәхси хаттар яҙып шешәләргә һалыу һәм уларҙы, иҫтәлекле ярлыҡтар тағып, һыуға ағыҙыу менән мәшғүл икән. Нурия ла киләсәккә хат яҙа, шешәгә тығып, Күрәнлегә ағыҙа – Ағиҙелгә, шунан Камаға барып етер, бәлки, Волга тулҡындарында бәүелер, кемдер, ҡасандыр тотоп алыр, асып уҡыр... Адресын да ҡуя, яуап алыр һымаҡ тоя.
“Йөҙ, ә, бәлки, мең йылдан берәү асып уҡыһа, шаҡ ҡатыр, – тип фараз итә аҙаҡ Нурия, – ул заманда мөхәббәт әллә булмаҫ та? Нисек булмаһын?! Унһыҙ тормош та бөтәсәк тәһә? Ана, тәүтормошта йәшәгән боронғо ҡәрҙәш Уҡтау мәмерйәһенең таш ҡабырғаһына дәү мамонт, ҡурҡыныс аждаһа йылан, ҡанатлы толпар һәм сәскә һүрәтен төшөргән – тимәк, тәүтормошта уҡ булған ул мөхәббәт. Эйе, мамонтты – көс, йәшәү сығанағы, аждаһаны – яуызлыҡ, ҡурҡыу тойғоһо, толпарҙы хыял образы тип ҡабул итһәң, сәскә – һөйөү символылыр, моғайын? Әлмисаҡтан мөхәббәтте белгән, уның хаҡына ожмахтан ваз кискән Әҙәм вә Һауа тоҡомдары тағы йөҙ йылдан ғына ни өсөн ул илаһи хистән мәхрүм булһын?!”
Был китапта мөхәббәт хаҡында бәйән итеү исеменән үк билдәле, тигәйнек. Әммә автор ошо бөйөк хистең антонимы, хас дошманы хыянат һәм көнсөллөк кеүек яман күренештәр булыуын да белә. Уларҙы Гөлнур Яҡупова Миңзифаның фажиғәһе аша һүрәтләй. Әшрәфкә ғашиҡ ҡыҙ көнсөллөк хисен еңә алмай, Әсмәләрҙең йортона ут төртә. Өйҙәгеләрҙе ҡотҡарырға тип ялҡын эсенә инеп киткән егеттең кешеләрҙе артҡы ишектән сығарыуын белмәй, аҡылдан яҙыр хәлгә килеп, һөйгәне артынан янғын ҡосағына ташланып һәләк була.
“Бер һөйгәнем өсөн… Шул әйтемде әйләндереп-тулғандырып уйлап тик йөрөйөм, – тип өҙгөләнә Нурия, – бер һөйгәнем өсөн утҡа-һыуға инермен, тип тә бороп ебәрәләр уны. Йәнемде фиҙа итермен, тигәнен дә ишеткән бар. Ишеттем генә түгел, күрҙем дә. Әй, Миңзифа! Мин, ололар һүҙен тыңлап үҫкән ҡыҙ, башҡа кешенең ғүмеренә генә түгел, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың да ислам динендә оло гонаһ һаналғанын беләм. Әй, Миңзифа…”

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


(Дауамы. Башы 112-се һанда).


Вернуться назад