Хеҙмәте ҡаты – емеше татлы10.06.2014
Хеҙмәте ҡаты – емеше татлы
Яҙғы баҫыу эштәрендә фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән Йылайыр районы халҡы һабантуйға йыйылды.


Майҙанда береһенән-береһе матур, сағыу тирмәләр, урыҫ һәм сыуаш йорттары теҙелеп киткән. Райондың халҡы күп милләтле, шуға күрә был юлы ла һәр ҡайһыһы үҙенең йолаларын, тарихын, көнкүрешен сағылдырырға, милли аш-һыуын күрһәтергә тырышҡан. Мәҫәлән, Яманһаҙ ауылы тирмәһендә милли ризығыбыҙ ҡороттоң унға яҡын төрө тәҡдим ителде. Һабыр ауылы биләмәһе вәкилдәре 50-нән ашыу шифалы үләндән төрлө төнәтмә, сәй әҙерләгән, хатта тәнеңә һәм йәнеңә шифа бирерлек май айының ҡайын, йүкә миндектәрен дә алып килгән.
Шулай итеп, тирмәләр буйынса бәйгелә өсөнсө урынды – Кананикольск ауыл биләмәһе, икенсене Үрге Ғәле ауыл биләмәһе алһа, яманһаҙҙар беренсе булды.
Хеҙмәте ҡаты – емеше татлыХеҙмәт кешеһенә дан йырланған был көндө район халҡын байрам менән ҡотларға Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ринат Нагаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин килде.
Хеҙмәт кешеһенә дан йырланған был көндө район халҡын байрам менән ҡотларға Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ринат Нагаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин килде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин сәләмләне:
– Барығыҙҙы ла халҡыбыҙҙың төп байрамы – һабан туйы менән ҡотлайым! Уңған һәм тырыш игенселәре, малсылары менән элек-электән дан тотҡан районыбыҙ быйыл да матур һөҙөмтәләргә өлгәште, яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында тамамланы. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре мул уңыш алыр, тип ышанғы килә, – тине район башлығы.
Хеҙмәте ҡаты – емеше татлыАртабан Илгиз Лирман улы район тормошона байҡау яһап, башҡарылған эштәргә туҡталды, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ хеҙмәт ярышында еңеү яулаған хужалыҡтар һәм игенселәр тәбрикләнде. Яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса Гөлнара Үтәшеваның крәҫтиән (фермер) хужалығы еңеүсе тип танылды. Мәжит Солтановтың “Атланта” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Венер Тусалиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы ла алдынғылар рәтенә сыҡты.
Мәҙәниәт йылы уңайынан йылайырҙар райондың халыҡ һәм өлгөлө ансамблдәре, ҡурсаҡ һәм халыҡ театры ҡатнашлығында парад та ойошторҙо. Уларҙың сығыштары байрамды тағы йәмләп ебәрҙе.
Йылдағыса, ат сабышы, милли көрәш, гер күтәреү, армспорт, волейбол буйынса ярыштар, халыҡ уйындары үткәрелде. Йыр-моңға, бейеүгә маһирҙар төрлө конкурста үҙ көсөн һынаны. Шуныһы ҡыуаныслы: был көндө балалар ҙа ситтә ҡалманы. Улар өсөн айырым һабантуй майҙаны ойошторолдо, тоҡ менән һуғышыу, бүрәнә буйлап йөрөү, көршәк ватыу уйындары уҙғарылды.


Вернуться назад