Бала саҡтан өләсәһе Әлимә Ишкилдинаның әкиәттәрен, бишек йырҙарын, үҙе сығарған бәйеттәрен тыңлап үҫә Әминә. Бер аҙ ҙурайғас, өләсәһе үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау-селтәрҙәргә күҙе төшә: уны төрлөсә кейеп, көҙгө тирәһендә өйөрөлөргә ярата. “Мин артист буласаҡмын һәм, ошо биҙәүестәрҙе кейеп, сәхнәгә сығасаҡмын” тигән һүҙҙәре лә Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура килә, күрәһең. Бишенсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, бар яҡлап талантлы ҡыҙыҡай төрлө конкурстарҙа ҡатнашып өлгөрә, яҡшы уҡый, Башҡортостан Президенты стипендиаты була.
Сибай ҡалаһындағы музыка мәктәбенең думбыра класына (уҡытыусыһы – Мәрғүбә Хөсәйенова) һәм Балалар ижады үҙәгенең “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбленә (етәксеһе – Луиза Яхина) йөрөй. Думбырала уйнап “Салауатҡай”, “Уралтау”, “Ҡаһым түрә” кеүек ҡобайырҙарҙы бик оҫта башҡарып, ҡала, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты була. Силәбе ҡалаһында үткән халыҡ-ара бәйгелә өсөнсө урынды яулай. Шул уҡ ваҡытта халыҡ йырҙарын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Өләсәһенән һорашып, күп кенә йырҙарҙың тарихы менән таныша, һирәк башҡарыла торған көйҙәрҙе өйрәнә. Ейәнсәренең һәләтен артабан үҫтереү маҡсатында Әлимә инәй, ауылдарға барып, боронғо йырҙарҙы башҡарыусыларға мөрәжәғәт итеп, Әминәгә бар яҡлап ярҙам күрһәтә.
Һәр минуттың ҡәҙерен белгән тырыш ҡыҙыҡай бейеү түңәрәгендә лә ихлас шөғөлләнә. Ул — “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы ла. Ансамбль менән Төркиәлә, Францияла “Елдәр рауза”һы фестивалендә ҡатнашып, оло еңеүҙәр яулап ҡайтырға насип булған.
— Һәр саҡ сәхнәгә сығыр алдынан өләсәйем өйрәткән доғаларҙы ҡабатлап, ул күҙ нурҙарын түгеп эшләгән ҡашмау-селтәрҙәрҙе кейеп сыҡҡанғамы, бар тулҡынланыуҙарым шунда уҡ юҡҡа сыға, – тип йылмая мөләйем йөҙлө Әминә Хәлисова. – Киләсәктә артист булырға теләйем, шуға күрә әленән үк үҙемде әҙерләйем.
Сер итеп кенә әйтәйем: талантлы ҡыҙыҡай тиҙҙән үтәсәк абруйлы бәйгегә ныҡлап әҙерләнә, иң мөһиме – еңеүенә ышана. Думбырасы, йырсы, бейеүсе Әминә алдына ҡуйған маҡсаттарына һәр саҡ ынтылып йәшәһен тигән изге теләктә ҡалабыҙ.