Ғүмерем йылғаһы Уйҙарымда ҡабат-ҡабат үтәм
Ғүмерем йылғаһының буйынан.
Балҡып китә яҡты хәтирәләр,
Сумып, тулҡынында ҡойонам.
Аға йылға, аға бормаланып,
Бер ваҡыт та тура аҡманы.
Әллә быуыр өсөн, яҙмыш алға
Бик йыш ҡаршылыҡтар ташланы.
Юл ярғанда тулҡындарын ҡағып,
Ярҙарында ҡалған юшҡыны.
Булды төрлө мәлдәр: аҡты йылғам
Йә бик тыныс, йә бик ашҡынып.
Булғыланы: йылғам өҫтәренә
Сүп-сар ырғыттылар ҡай саҡта.
Шул мәл йылғам ярһыу тулҡын менән
Бысраҡтарҙы атты ян-яҡҡа.
Тоноҡ ҡына аҡмаҫ ине йылғам,
Инештәрҙән сафлыҡ төшмәһә.
Ҡалҡынып та ҡарай ине ҡай саҡ
Төшмәҫме, тип илһам шишмәһе.
Шөкөр, һәр иртәлә таң нурҙары
Төшә ҡойонорға йылғама.
Алтын нурҙар иреп, тамып китә,
Иркә тулҡындарҙа юғала.
Тормош һынауҙары Был донъяның ҡәҙеренә кеше
Күп һынауҙар үтһә – төшөнә.
Тойоп була: боҙҙо – туңыуҙарҙан.
Ҡайнарлыҡты – ауыҙ бешеүҙән.
Белеп була: янһаң хис утында,
Татлы ғазаптарын һөйөүҙең,
Көтә-көтә көтөк булһаң ғына,
Һағыштарҙан йәнең көйөүҙе.
Кем кисермәҫ тетрәнеүҙәр хисен,
Беренсе ҡат ҡыҙҙы үпкәндә,
Ҡыл өҫтөндә ҡалған йәнең услап,
Төпһөҙ упҡындарҙы үткәндә.
Тоймай булмай тәрән ҡайғыларҙы
Юғалтҡанда яҡын кешеңде,
Йән сығырҙай булған саҡтарҙа ла
Ғүмер итһәң ҡыҫып тешеңде.
Күңел тулып, күҙ йәштәре аҡмаҫ,
Хистәр йөрәгеңде телмәһә.
Шатлыҡтарҙы белеп булмаҫ ине,
Ҡайғыларҙы кеше белмәһә.
Яратып та килгәс был донъяны,
Янып-көйөүҙәргә юҡ иҫәп.
Һынауҙарҙы үткән һәр кем әйтер:
Ҡыуаныстар ерҙә бихисап.
Үҙ юлым Кеше белмәй күрәсәген. Гүйә,
Үтә шырлыҡтарын урмандың.
Йәшәй-йәшәй һиҙмәй ҙә ул ҡала
Ғүмер кисеп яҙмыш урғанын.
Яҙмыш юлдарымда йылдар ҡалды
Көлтә-көлтә булып сиселеп.
Келәмдәрҙән түгел, ҡамылдарҙан
Табандарым бөттө сәнселеп.
Ҡамыл тигәндәрем кәртә булып,
Ҡай саҡ кинәт бүлде юлымды.
Ҡапыл ҡолап киткән саҡтарымда
Дуҫтарыма һуҙҙым ҡулымды.
Кәртә нимә?
Хатта таҡыр юлда
Аяҡ салып, этеп йыҡтылар.
Тәкмәсләп киткәндә, күҙҙәремдән
Йәшел уттар сәсрәп сыҡтылар.
Салҡан ятҡан көйө күккә баҡтым...
Ҡош юлын бер күреп шатландым.
Ара йыраҡ...
Әммә юлым бороп,
Шул яҡтарға табан атланым.
Йөрәк Ҡағылмағыҙ йөрәгемә берүк,
Ул һиҙгер: йә тертләп туҡталыр,
Йә йөрәкһеп, үҙ мәлен онотоп,
Ҡош юлына табан уҡталыр.
Эшләй-эшләй һөйәлләнеп бөткән —
Хәләл көс түгеүҙәр өлгөһө.
Ярылып ята йөйҙәр — йырғанаҡтар —
Ауыр хеҙмәт юлы билгеһе.
Юлдарымда ҡай саҡ сығынсылап,
Баш бирмәйсә йөрәк туланы.
Һүрелгәнен көтөп, хис ташҡыны
Ярҙарында күпме иланым.
Йөрәк башҡайына ҡан һауҙырған
Ҡайғыларҙан хеҙмәт аралай.
Эшсән йөрәккәйем йылылығын
Берәү тойһа, ҡайғым тарала.
Рәхмәт, йөрәк! Ил хәстәре менән
Арыу-талыуҙарҙы тойманың.
Бер бәләкәс йөрәгемә һыйған
Әрнеүҙәре оло донъяның.
Йәйғор Йәйғор яна Ағиҙел өҫтөндә,
Яна тулҡындарға таянып.
Күкһел тауға әлдә теймәй үткән,
Сыжлап китер ине ҡаяһы.
Ал ҡояш аҫтында серле дуға
Балҡый мөғжизәле усаҡтай.
Тулҡын-тулҡын килгән нур ташҡыны
Йәнде сафландыра шул саҡта.
Ерҙәге бар төҫтәр был дуғала,
Һәр төҫтә гөл-сәскә атырлыҡ.
Ерҙең ҡот-йәменә һәйкәл булып,
Күтәрелгән сихри матурлыҡ.
Һәр төҫкә хас йәшәйештең рухы:
Йәшәү уты, сафлыҡ, иреклек...
Баҡыйлыҡтың изге нуры улар,
Быны фәһемләүе — зирәклек.
Ынйыланған Ағиҙел өҫтөндә
Өйөрөлә нурҙар бураны.
Ҡупшы тулҡындары кемуҙарҙан
Нур сигеүле шәлгә урана.
Ҡояш менән йәйғор ярышҡанда
Өймәләмә нурҙар Уралда.
Сихри күренеш: гүйә, бөтә ил
Иман нурҙарына уралған.