Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡатыны Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы менән “Stone Jazz” джаз-бэнды концертында булды. Өфө тамашасыһына ул программаһын Корея Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ви Сон Лактың Башҡортостанға сәфәренә ярашлы тәҡдим итте.
– Башҡортостанға, Өфөгә эш сәфәре менән генә түгел, күркәм мәҙәни программа ла алып килгәнһегеҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2012 йылда Корея Республикаһында булғайным. Оҫталарығыҙҙың концертын ҡарау бәхете тейҙе. Уларҙың сығышына таң ҡалдым. Бөгөн һеҙ джаз төркөмөн алып килгәнһегеҙ. Беҙҙең халыҡ та йыр-моңға әүәҫ. Артистарыбыҙ Кореяла сығыш яһаны. Бизнес, эшлекле даирәләр араһындағы бәйләнештәр нығыр, артистарыбыҙҙың сығыштары менән алмашыу мөмкинлеге артыр, тип ышанам.
Республика башлығы Корея флейтасыһына иҫтәлеккә башҡорт ҡурайын бүләк итте.