Ҡыҙылғы буйы көтә!06.06.2014
Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡыҙылғы тигән бик матур йылғаны күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ә бына ошо райондың Ибраһим ауылында тыуып үҫкәндәр бәхетле. Улар Ҡыҙылғының тәрән һыуында ҡойоноп, яландарында ҡыҙарып бешкән һутлы еләктәрен татып, туғайҙарында балан, муйыл, гөлйемешен йыйып, йәй уртаһында хуш еҫле бесән сабып кинәнә.


Ғүмер кисерештәренең йәйҙә генә була торған сәскәле матур мәлен күңелең аша тағы бер кисерһәң ине, ауылдаштарыңды, туғандарыңды, дуҫтарыңды тағы бер күрһәң ине, тигән уйҙар күптәрҙе борсой ҙа торғандыр. Ауылыбыҙ көндән-көн күркәмләнә. Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп. Хистәрегеҙҙе аңлайбыҙ, туғандар. Шуға июндең ҡап уртаһында, йәғни айҙың 14-ендә, тик һеҙҙең өсөн осрашыу байрамы үткәрергә булдыҡ. Уны бик ябай итеп, “Ауыл һабантуйы” тип атаныҡ.
Тантананы иртән үк, сәғәт 10-да, башламаҡсыбыҙ. Һеҙҙе бында Ҡыҙылғы һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе, ауылдаштарығыҙ биргән иттән былау, күмәк йыр-бейеү, күңелле уйындар, ярыштар, еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.






Вернуться назад