Һабантуй — халҡыбыҙҙың йолаға әүерелгән күркәм байрамы. Уны олоһо ла, кесеһе лә йыл да көтөп ала. Ваҡыт үтеү менән сара әһәмиәтен һис юғалтмай. Шуға ла тантана үтәсәк яланға бөгөн халыҡ бер туҡтауһыҙ ағыла ла ағыла. Ана, күкрәге орден-миҙал менән тулы аҡһаҡал күренде. Ҡыйыу аҙымдар менән барған, йөҙөнән үк ихласлыҡ бөркөлгән уҙаманды ҡайҙалыр күргәнем бар кеүек. Бәй, был бит Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов үҙе!
— Ағай, кәйефегеҙ нисек? — тинем ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.
Хеҙмәт батырының йөҙө яҡтырып китте.
— Һо-о-о! Шатлығым ташып тора, – тине ул, йылмайып. — Эшсән халыҡты ҙурлайҙар бит!..
Был көндә байрам яланында рәхәтләнеп күңел асырға, ҡыуанырға көйөргәҙеләрҙең хаҡы бар. Малдар ҡышты уңышлы сыҡты, яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында үтәлде, тәүге шытымдар ҙа баш күтәрә. Яҡташтарының ҡыуанысын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, билдәле ғалим-офтальмолог Марат Аҙнабаев килгәйне.
— Ер эшсәндәренең тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы булыуы арҡаһында сәсеүҙе ваҡытында тамамланыҡ, — тине, ялан батырҙарын тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов. — Бөгөн беҙҙә малсылыҡ хужалыҡтары төҙөкләндерелә, етештереүҙә яңы технологиялар ҡулланыла. Шуға күрә һыйыр малы иҫәбен һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Әммә был уңыштар менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Мәҙәниәт йылында башҡараһы эштәребеҙ ҙә байтаҡ. Һәр ауылда рухи тормош йәнләнергә тейеш.
Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев билдәләүенсә, республикабыҙҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, “500 ферма” программаһы буйынса ике йыл эсендә 103 хужалыҡ яңыртылған. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, Башҡортостанда һөт етештереү 25 процентҡа артҡан.
Был көндә алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә инде баҫыуҙа тир түккән эшсәндәргә лайыҡлы баһа алыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.