ҠУРАЙСЫЛАР СЫҠТЫ МАЙҘАНҒА06.06.2014
ҠУРАЙСЫЛАР СЫҠТЫ МАЙҘАНҒА
Йыл да Октябрьский ҡалаһында Ҡурай байрамы ҙур уңыш менән үткәрелеп килә. Үҙенсәлекле мәҙәни сараның кимәле һаман артыуға табан бара. Быйыл унда 80 яңғыҙ башҡарыусы һәм 23 ансамбль ҡатнашты. Ҡурайсылар фестивале хәҙер республика менән генә сикләнмәй. Бәйгелә Башҡортостандың 14 ҡалаһынан һәм 24 районынан, шулай уҡ Силәбенән, Мәскәүҙән, Йошкар-Оланан килгән ҡурайсылар үҙ көсөн һынап ҡараны.


Октябрьскийҙағы сираттағы ижади бәйге яңы исемдәр асты. Конкурста ҡатнашыусыларҙы баһалау жюри ағзаларына еңел бирелмәне. Бәйге шарттарына ярашлы, һәр оҫта, ҡурайҙа уйнауҙан тыш, үҙе башҡарған көйҙөң тарихын белергә лә тейеш. Шулай ҙа был юлы беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы дүртәр кеше алды. Ә инде төп бүләкте Ейәнсура районынан Артур Ғайсаров яуланы. Гран-при алған ҡурайсыға 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды.
Фестивалдең иң оло һәм иң кесе ҡатнашыусылары — Мари Иленән Муса Нурдәүләтов менән Йылайыр районынан Илназар Ҡудашев — махсус бүләккә лайыҡ булды.




Вернуться назад