Әкиәти кис. Яңы ғына сәскә атҡан сирендәрҙең хуш еҫе тирә-йүнгә таралған, ҡыуаҡлыҡтар араһында ҡоштар һайрай, ҡултыҡлашып йөрөгән ғашиҡтар йөрәк серҙәрен бүлешә... Ап-аҡ йөҙлө ай ошо гүзәллеккә текләп хайран ҡалған.
Ағиҙел буйында моң ағыла. Башҡортостан Республикаһының йәштәр симфоник оркестры Өфө халҡын Конгресс-холл янындағы амфитеатрға йыйҙы. Юҡ, бында бер кемде лә өгөтләп килтермәнеләр, кешеләрҙе илаһи моң тартып алды.
Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарының лауреаттары, йәш вокалсылар Артур Ҡәйепҡолов, Ян Лейше, Гөлнара Вәлиева, Иҙел Аралбаев, Дилара Иҙрисова, Аида Мәжитова, Айһылыу Сәйфуллина, Александр Маломожнов, Сыңғыҙ Ханнанов, Шәүрә Сәғитова, Денис Хөсәйенов, Элина Арцибашева, Рөстәм Хәмиҙуллин, Аяз Нухов, Инна Фоменко, Андрей Позяк, Екатерина Герасимова, Артур Нәзиуллин, Руслан Вәлиев, Марсель Вахитов һәм ошо моң “ғәскәр”енең сардары Линар Дәүләтбаев халыҡҡа башҡорт, урыҫ һәм сит ил көйҙәрен бүләк итте.
Асыҡ һауала өс сәғәт буйына барған концертты ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатыны Гөлшат ханым менән килде. Ғөмүмән, тамашаға 12 меңдән ашыу кеше йыйылды.
— Европала бындай фестивалдәр йыш үтә, – ти скрипкасы Айһылыу Сәйфуллина. – Классик музыканы аңлаған тамашасы ғына түгел, ял итеү, тормош мәшәҡәттәренән арыныу өсөн кешеләр килә.
Сәхнәлә барған ваҡиғалар ике ҙур экранда күрһәтелде. Концерт музыкаль фейерверк менән тамамланды.