Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!.. –
тип яҙа бер шиғырында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев. Эйе, тарихын хөрмәт итмәгән, ата-бабанан ҡалған ғөрөф-ғәҙәтте белмәгән кешенең киләсәге юҡ. Күренекле яҙыусы Сыңғыҙ Айтматов ундайҙарға бер генә һүҙ менән баһа бирә – маңҡорт.
Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта үҙ быуынының тамырҙарына иғтибар итеүселәр арта. Улар ата-бабаһы тураһында мәғлүмәт туплай, шәжәрәләрен төҙөй. Бына әле алдымда ятҡан “Ғаилә ҡомартҡылары” тигән китапты уҡып, һоҡланыуымдың сиге булманы. Урман-түңгәүер ырыуы Ҡобау араһы Мирхәйҙәровтар менән тамъян ырыуы Күсем ауылынан Кусимовтар шәжәрәһе тупланған унда.
Түңгәүер – тамырҙары төрки ҡағанаты дәүеренә барып тоташҡан оло тарихлы ырыуҙарҙың береһе. Ул башҡорт ырыуҙары араһында тәүгеләрҙән булып Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу тураһында килешеү төҙөүҙә ҡатнашҡан, Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап сит ил походтарында, бойондороҡһоҙлоҡто даулап ихтилалдарҙа яу сапҡан, киләсәк быуындар ғорурланырлыҡ Ҡуңғырат бей, Тимер Ҡотло, Көҫәп батыр кеүек арҙаҡлы улдарын тыуҙырған. Мирхәйҙәровтар иһә ырыу намыҫына тап төшөрмәй, лайыҡлы ул-ҡыҙҙары менән уның бәҫен арттырған нәҫел. Батша армияһында ун йыл хеҙмәт итеп, Урыҫ – Япон һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн “Георгий тәреһе” менән бүләкләнгән Шәйхаттар Мирхәйҙәров, сәсән Мөғәлләм Мирхәйҙәров, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ғәйфулла Ғәбитов, Әхмәт Мирхәйҙәров кеүек улдары менән ғорурлана.
Тамъян ырыуының даны тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге лә юҡ һымаҡ, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың исемен атау ҙа етә.
Ошо ырыуға ҡараған Күсем ауылына Күсем исемле кеше нигеҙ һалған. Уның өлкән улдары Хәбибулла менән Мөхәмәткәрим зауряд хорунжий дәрәжәһен йөрөтә. Хәбибулланың – туғыҙ, Мөхәмәткәримдең 10 улы була. Күсем ҡарттың бөтә ейәндәре лә төрлө офицер вазифаһында чиновник булып хеҙмәт итә.
Хажмөхәмәт Кусимов 1914 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша һәм яраланып ҡайта. Уның улы Булат совет армияһында, Германияла, Чехословакияла утыҙ йыл хеҙмәт итә, бик күп наградаларға лайыҡ була. Ә ошо нәҫелдең өсөнсө быуыны булған Әхмәт Кусимов әле Мәскәүҙә белем ала.
Бына шундай хәрбиҙәр затынан торған нәҫел ул Кусимовтар!