Ярай әле күңел ҡушыуы бар04.06.2014
Ярай әле күңел ҡушыуы бар
Сәхнәнән тау шишмәһе кеүек ташып сыҡҡан көслө бәрхәт тауыш менән һандуғас моңолай ағылған талғын көй бергә ҡауышып, илаһи һәм сихри күренеште хасил итте. Ул әкренләп тамашасылар күңеленә үтеп инеп, бар залды мөғжизәле моң бишегендә бәүелтте. Һәр кем иҫ киткес бындай илаһи күренеште боҙорға ҡурҡҡандай, йыр тамамланыуға ҡарамаҫтан, алҡышларға ашыҡманы. Кинәт... шау-гөр килеп сәпәкәйләргә керештеләр, кемдер “афарин!” тип ҡысҡырырға ла онотманы.



Ярай әле күңел ҡушыуы барШулай башланып китте Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә эшләп килгән “Миләш” халыҡ вокал һәм “Азамат” ир-егеттәр ансамблдәренең сираттағы концерты. Был юлы үҙешмәкәр йырсылар үҙҙәренең тәүге компакт-дискыһы сығыу айҡанлы тамашасыларын ҡыуандырҙы. Йыр байрамының Мәҙәниәт йылына тап килеүе лә сараға оло мәртәбә өҫтәгәндәй булды. Ике ансамблде лә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йыр конкурстары лауреаты, һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкова ойоштороп, оҙаҡ йылдар етәкселек итә.
— “Миләш” халыҡ вокал ансамбле 2000 йылда барлыҡҡа килде. Бында ҡаланың төрлө тармағында эшләүсе, йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Һөнәрҙәре төрлө булһа ла, күңелдәре менән йырларға ярата әхирәттәрем, — ти ансамблдең алыштырғыһыҙ етәксеһе. – Әлбиттә, кемдер килеп, бер нисә йылдан һуң төрлө сәбәптәр арҡаһында китеүселәр ҙә осрай. Әммә “Миләш”тең тәүге көнөнән үк йөрөүсе Альбина Мәһәҙиева, Фәнүзә Мөхәмәтйәнова, Ләйсән Ниязғолова, Гөлшат Аралбаева, Луиза Әһлиуловаларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Миләш тәлгәштәре кеүек һәр саҡ балҡып тороусы, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе ансамблдең репертуарын күпселек һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкова көйөнә яҙылған йырҙар тәшкил итә. Шуныһы ҡыуаныслы: ул күбеһенсә ошо төбәктән сыҡҡан йәки ҡасандыр Сибайҙа эшләп киткән шағирҙар ижадына мөрәжәғәт иткән.
Төрлө концерттарҙа сығыш яһап, күп кенә конкурстарҙа ҡатнашып, ҡала күләмендә үткән барлыҡ сараларҙың йөҙөк ҡашына әүерелгән “Миләш” халыҡ ансамблен ойоштора алғанымда, ниңә ир-егеттәрҙе лә саҡырмаҫҡа тигән уй килә Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙына. Етмәһә, уға йырларға йөрөп, тәүге вокал дәрестәре алған ир-егеттәр ҙә бар. Тәүәккәлләргә була: тәүге ҡарлуғастар булып Нурислам Рахманғолов, Ғаяз Бикташев һәм Салауат Исхаҡов килә. Һәр хәлдә, өс кешенән генә ансамбль төҙөп булмаясағына төшөнә Мәмдүҙә Илбәкова. Төрлө ойошмаларҙан йыр-моң яратҡан ир-егеттәрҙе сүпләп тигәндәй йыя, һәр береһе менән шәхси шөғөлләнә. Ниһайәт, 2008 йылда Сибайҙа тәүге тапҡыр ир-егеттәр ансамбле барлыҡҡа килә. Исемен дә ниндәйен ҡушалар бит — “Азамат!”
Ярай әле күңел ҡушыуы барАнсамбль егеттәрен халыҡ тәүге сығыштарынан уҡ бик йылы ҡабул итә. Улар үҙҙәре лә эштән һуң көн һайын тиерлек яңы йырҙар өйрәнә, сәхнәлә үҙеңде тотоу, тауыштарын ҡуйыу буйынса ныҡышмалы шөғөлләнә. Шуға күрә һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй: 2010 йылда “Юлдаш” йыр-моң каналы ойошторған конкурста гран-при яулауға өлгәшәләр. Хәйер, күптән халыҡ исемен йөрөтөүгә лайыҡ булһалар ҙа, ни өсөндөр етәкселәр тарафынан уны биреү тотҡарланып килә. Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы әйтмешләй, бер кешегә ике халыҡ ансамблен етәкләү кемдәргәлер оҡшамай, күрәһең. Хәйер, ансамблде ойоштороуы ла еңелдән түгел, сөнки бында шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла төрлө тармаҡта хеҙмәт итә, эш графиктары ла тап килмәгән саҡтар килеп сыҡҡылай. Ғаиләләренән дә һәр саҡ һорап алыуы еңелдән түгел.
— Иң ҡыйын проблемаларҙың береһе – уларҙы йыйыуы, — ти Мәмдүҙә Илбәкова. – Бигерәк тә концерт ҡуйған осраҡта бик ауырға тура килә. Хәҙер беҙҙең етәкселәр рәхәткә күсеп алды бит: бар байрамдар ҙа көндөҙ үтә. Әйҙә, нисек булһа ла ансамблде сығар сәхнәгә, тип кенә ебәрәләр. Ә уларҙың бер тин алмайынса, үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, күңелдәре ҡушыуы буйынса килгәндәрен берәү ҙә аңларға теләмәй. Шуныһы күңелде әрнетә.
Әйткәндәй, Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы эш сәғәтенән тыш, кискеһен үҙе ойошторған “Миләш”тәре һәм “Азамат”тары менән шөғөлләнә. Ни өсөндөр бында ла етәкселәр тарафынан аңлау юҡ, ти ул. “Һинең төнгө нисәгә тиклем эшләүеңде берәү ҙә иҫәпкә алмай, ә иртәнсәк килеп өлгөрмәһәң, прогул ҡуйырға онотмайҙар”, — тип әсенә.
Үҙенең тырышлығы менән ситтән бағыусылар табып, ансамблдәренең МР3 форматында тәүге компакт-дискыһын сығарып, тамашасыларына мөғжизәле йыр-моң байрамы бүләк итте. Уны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ижадташ дуҫтары Әлнисә Алдырханова менән Фәнүзә Мөхәмәтйәноваларға ҙур рәхмәттәрен белдерә.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкованың йыр-моңдарыбыҙға ҡарата оло мөхәббәт тойғоһон һаҡлауы, ташып торған дәрте, сәме һәм ихтыяр көсө бары тик һоҡланыу ғына уята. Артабан да ул етәкселек иткән “Миләш” халыҡ вокал ансамбленең тағы нығыраҡ балҡыуын, “Азамат” ир-егеттәр ансамбле халыҡ исеменә лайыҡ булыуын, ә үҙенә яңы йырҙар ижад итеүен теләйһе генә ҡала.


Вернуться назад