Шаулап торҙо Кама ярҙары04.06.2014
Шаулап торҙо Кама ярҙары
Башҡортостандағы Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре барышында Николо-Березовка ауылында “Яҙғы Никола” республика халыҡ ижады байрамы уҙғарылды. Был сара 1994 йылдан Краснокама район хакимиәте, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Урыҫтар соборы тарафынан ойошторола. Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу алып, ул “Рәсәй мәҙәниәте” маҡсатлы федераль программаһына индерелгән.


Яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләгән район хеҙмәтсәндәре, эҫенән сарсай башлаған ерҙе туйындырып бер көн алда ғына яуып киткән ямғырға шатланып, көр күңел менән йыйылды байрамға. Һабантуйға тиклем үткән был йыйынға төрлө милләт вәкилдәре йылдың-йылы бик теләп килә. Сәхнәгә сыҡҡан фольклор коллективтарының географияһы ла киңәйә бара: быйыл, мәҫәлән, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан тыш, күрше Татарстан, Удмурт республикалары, Пермь крайынан килгән артистар һәм халыҡ таланттары сығыш яһаны. Кама буйында урынлашҡан “Никола ғибәҙәтханаһы” тарихи-мәҙәни үҙәге майҙанында йыр-бейеү спорт уйындары менән аралашып барҙы, күп яҡлы һөнәр эйәләре, бай йәрминкә ойоштороп, үҙҙәре эшләгән әйберҙәрҙе тәҡдим итте. Рәсәйҙең төрлө тарафынан оҫталар йыйылғандарҙы үҙенсәлекле ҡыңғырау музыкаһы менән шатландырҙы.
Шаулап торҙо Кама ярҙары...Сәхнәле майҙанға илткән юл ситендә төрлө ауыл Советы вәкилдәре, тирмәләр һәм йорттар ҡороп, районда йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен, тарихын һәм йолаларын күрһәтте. Яңы Ҡайынлыҡтыҡылар барыһын да оло ихласлыҡ менән башҡорт тирмәһенә саҡырҙы, ҡымыҙ һәм башҡа милли ашамлыҡтар тәҡдим итте. “Бәпәй туйы” йолаһын сәхнәләштерҙеләр.
Иҫке Йәнйегет һәм Яңы Ҡабандыҡыларҙың татар ихатаһында “Шүрәле” әҫәренән театрлаштырылған тамаша ҡуйыуы бик күңелле килеп сыҡты.
Арлан ауыл клубынан мари фольклор ансамбленең сығышы, шулай уҡ байрамға килгәндәр ҡатнашлығындағы “Веревочка” халыҡ бейеүе бик үҙенсәлекле килеп сыҡты.
Шаулап торҙо Кама ярҙарыРаздолье һәүәҫкәрҙәре үҙҙәре ҡорған ихатала урыҫ халыҡ йолаларын күрһәтте, бында эшләгән “Он лавкаһы” күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.
Ҡуян ауылының балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең ижад емештәренән күргәҙмә асҡайны, асыҡ һауала һүрәт тә төшөрҙөләр.
Юлдың икенсе ситендә халыҡ оҫталары күргәҙмә ойошторҙо. Улар араһынан Яңы Мошто ауылынан Фирҙәүес Ғәниевтең панноларын һәм сувенирҙарын, төрлө ҙурлыҡтағы гармундарын барыһы ла һоҡланып ҡараны. Николо-Березовка ауылынан Леонид Базилев йәрминкәгә үҙенең ағастан юнып эшләгән әйберҙәрен ҡуйғайны. Әйткәндәй, был ике оҫта “Башҡортостан” гәзите былтыр уҙғарған "Һөнәрмән" конкурсында ла ҡатнашҡайны. Түбәнге Таҡыя ауылынан 83 йәшлек Алексей Шуматбаев — үҙе эшләгән сабаталарҙы, уның ауылдашы Зоя Сайтиева һуҡҡан балаҫтарын алып килгән.
Үҙ тауарын халыҡҡа тәҡдим иткән йәрминкәселәр араһында ситтән килгәндәр ҙә байтаҡ булды. Мәҫәлән, Суздаль ҡалаһынан Александр Шерышов балсыҡтан эшләнгән көршәктәр һәм күп төрлө һауыт-һаба, Владимир ҡалаһыныҡылар урыҫ һәм башҡа халыҡтарҙың сувенирҙарын тәҡдим итте. Сығышы менән Ҡуян ауылынан булып, бөгөн Мәскәүҙә йәшәгән Лариса Әптриева әлегә әллә ни киң танылыу алмаған һөнәрселек ысулы — күҙгәнәсле (пористая) резинанан сәскә яһау менән таныштырҙы.
...Кама буйындағы майҙан көнө буйы йыр-моңдан гөрләп торҙо. Байрам аҙағында йыйылыусыларҙы ҡыңғырау сыңы алдағы эштәргә оло дәрт биреп оҙатты.






Вернуться назад