Кемдең ижады премияға лайыҡ?04.06.2014
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул итә башланы.


Министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, уҡыу йорттары, гәзит һәм журнал редакциялары әҫәрҙәрҙе һәм эштәрҙе премияға тәҡдим итә ала. Эштәр коллегиялар, президиумдар, идара, художество һәм ғилми советтар ултырыштарында, хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында тәҡдим ителә һәм бөтә яҡлап тикшерелә. Эште баһалағанда уның художество процесында тотҡан урыны, һәр кандидаттың ижади өлөшө билдәләнергә тейеш.
Дәүләт премияһына әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр матбуғатта баҫылып сыҡҡас, музыка, театр, һынлы, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәгеләр киң йәмәғәтселек алдында башҡарылғас, архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр объект файҙаланыуға тапшырылғас ҡына тәҡдим ителә ала.
Дәғүәселәр коллективы биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Материалдар 15 июндән 15 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, 315-се, 419-сы бүлмәләр.
Тейешле мәғлүмәт республика Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.



Вернуться назад