Күгәрсендәр хәҙер ямғыр ғына көтә04.06.2014
Күгәрсендәр хәҙер ямғыр ғына көтә
Һабантуй майҙанына иртә менән йүнәлдек. Оҙатыусыларҙан да баш тарттыҡ. Күгәрсен районы хеҙмәтсәндәренең кәйефе шәпме, был төбәк халҡы дәррәүме, байрам мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн генә ойошторолмаймы, боронғо йола нисек дауам ителә? Игенсе һәм малсылар араһында булып, ошо һорауҙарға яуапты үҙебеҙ табырға ине ниәт.


Иртә ҡуҙғалдыҡ тиһәк тә, таң һарыһынан тороп өйрәнгән ауыл кешеһе менән ярышып буламы һуң! Йәшел үлән морон төртөү менән үк йәйләүгә сыҡҡандар тиерһең: сағыу төҫтәге тирмәләрҙе тигеҙ рәт итеп теҙеп тә өлгөргәндәр, танауҙы ҡытыҡлап, тирә-яҡҡа төтөн еҫе таралған. Ир-ат тирмәләр эргәһендә эш менән мәшғүл: утын яра, ҡаҙыҡ ҡаға, ситән үрә, ағас ултырта... Ҡатын-ҡыҙҙың да күтәрелеп ҡарарға ваҡыты юҡ: берәүҙәре тирмә эсен йыйыштыра, сәңгелдәк элә, икенселәре аш-һыу хәстәрләй. Ваҡыттары юҡ тиһәк тә, өлкәнерәк апайҙары, күрше тирмәләргә күҙ һалып, йәштәрҙе йәһәтләргә, дәртләндерергә лә өлгөрә. Әйткәндәй, бер генә усаҡ та тиктәҫкә тоҡандырылмаған, һәр береһендә ҡаҙан аҫылған, ит бешерергә һалынған. Ҡыҫҡаһы, һәр ауыл хакимиәте үҙ биләмәһендәге хужалыҡтар менән бергә ҡорған тирмәләрҙә байрам тантанаһы башланғанға ҡәҙәр эштәрҙе тамамларға ашыға ине.
Ярышта ҡатнашасаҡ аттарҙың хужалары иһә юртаҡтарҙы яңы урынға күнектерә, һылай-һыйпай, бер-береһе менән таныша, көстәрен самалай.
Тирмәләрҙән алыҫ түгел тиҫтәләгән ҡеүәтле техника теҙелгән. Уларҙың майҙан уртаһында урын алыуы, бәлки, кемгәлер сәйерерәк тә тойолғандыр. Әммә ниндәй һабантуй һабанһыҙ булһын инде! Күрһәтерлек кенә түгел, ә күптәрҙе көнләштерерлек тракторҙарға эйә район хужалыҡтары. Һуңғы осорҙа ғына ла 180 миллион һумлыҡ техника һатып алғандар.
Сәхнә эргәһенә ҡуйылған өс еңел автомобиль дә һабантуй ҡапҡаһынан инеү менән үк күҙгә салынып, һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Өр-яңы, матур итеп биҙәлгән был “тимер ат”тар кемдәргә бирелер? Хужалыҡтарҙың ҡайһыһына бәхет йылмаясағын фаразлаусылар ҙа булды хатта. Районда һабан байрамында бар йәһәттән алдынғы хужалыҡтарҙы техника менән бүләкләү матур йолаға әүерелгән. Былтыр ҙа ундайҙар буш ҡайтмаған, быйыл да уға өмөт итеүселәр аҙ түгел.
Һабантуй тантанаһын район Советы рәйесе Ринат Йәнбәтов асты. Барса халыҡ алдында уңыштарын барларға хоҡуҡтары бар икән шул Күгәрсен хеҙмәтсәндәренең. Сәсеүҙе тиҙ арала, барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәп атҡарып сыҡҡандар. 46,3 мең гектар ергә орлоҡ һалынған. Ужым культураларының майҙаны арттырылған. Быйыл ул 17 мең гектарҙы биләй. Иң мөһиме — үҙгәртеп ҡороу йылдарында әйләнештән сығарылған баҫыуҙарҙа ла хәҙер иген үҫә: сәсеүлек майҙанын 72 мең гектарға еткереүгә өлгәшкәндәр. “Тәүәкән” предприятиеһы, “Ергән” МТС-ының “Исем” бүлексәһе, “Октябрь”, “Хоҙайбирҙин”, “Иртәбәк” йәмғиәттәре, Чапаев исемендәге кооператив етәкселәренең исемдәре трибунанан ҡат-ҡат яңғыраны.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин, ауыл эшсәндәрен хеҙмәт байрамы менән ихлас ҡотлап, эштәренә оло баһа бирҙе. Күгәрсен ере игенселәре, тырыш малсылары менән данлы тигәндә, Фәрит Мырҙагилде улы ғүмер буйы ерҙән айырылмаған, төбәгенең үҫеше өсөн ҙур өлөш индергән барса хеҙмәтсәндәрҙе күҙ уңында тотто булһа кәрәк.
Күгәрсендәр хәҙер ямғыр ғына көтәКүгәрсендәрҙең һабан байрамына, ялан батырҙарын хөрмәтләп, байтаҡ мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Әйткәндәй, ошо матур йоланың дауам ителеүе ифрат ҡыуаныслы, сөнки ауыл кешеһенә ваҡытында йылы һүҙ әйтеп күңелен үҫтерергә, тейешле иғтибар бүлергә мөмкинлек бирә ул. Дәрәжәле ҡунаҡтар ҙа ошо форсаттан теләп файҙаланды. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рим Ғиләжетдинов, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов, Юғары суд рәйесе Михаил Тарасенко, “Урал” фондынан Хәйҙәр Мәүлекәсов һәм башҡалар алдынғы механизаторҙарға һәм малсыларға ихлас теләктәр еткерҙе, хеҙмәттәге уңыштары, намыҫлы эшләгәндәре өсөн Ауыл хужалығы министрлығының һәм район хакимиәтенең Почет грамоталарын, дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Дәртле йыр-моң аҫтында сәхнәгә байтаҡ ялан батыры һәм малсы күтәрелде. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары араһында ҡышлатыуҙы һәм сәсеүҙе яҡшы ойошторғандары өсөн Сергей Тужилкин, Юнир Искәндәров менән Павел Толмачев та дипломға лайыҡ булды.
Һабантуй парадын башлау хоҡуғы, Мәҙәниәт йылы айҡанлы, райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ижади коллективтарға бирелде. Ошо ерҙе төйәк иткән барса милләт кешеһе, һис һүҙһеҙ, талантлы. Һәр береһенең төбәктең тормошон сағыуландырып, йәмләп һәм йәнләндереп йәшәүе ҡыҫҡа ғына концерт номерҙарында ла раҫланды. Райондың йөҙө булған байтаҡ хеҙмәт коллективы үтте майҙан уртаһынан.
Һабантуйҙа һабан онотола буламы һуң! Был колоннаны һабан тартҡан ат башланы. 1958 йылғы тракторҙы ла саң тейҙермәй һаҡлағандар, ул да үҙ баһаһын белеп кенә тигәндәй уҙҙы. Артабан техниканың заманса тигәндәренең дә иң яңылары менән танышты халыҡ.
Милли байрамдың төп биҙәктәренең береһе булған ат сабышы ярышы бигерәк тә түҙемһеҙләнеп көтөп алынды. 1800 метр арала юртаҡтарҙа һыбай ҙа, тырантаста ла елдерҙеләр. Ярышҡа яҡшы әҙерләнгәндәр, һәр кем беренселекте яуларға тырышты, йән-фарман алға елдерҙе. Күгәрсен ҡыҙҙары саялыҡтарын ошонда ла күрһәтте — һыбайлылар араһында гүзәл заттар ҙа күренгәс, күптәр “аһ” итте. Хужалыҡтарҙың аттары сабышында “Октябрь” йәмғиәтенән Рәфҡәт Ҡорбанаев беренселекте алды. Көс-ҡеүәт өҫтәп, дәртләндереп торған майҙансыларға ла афарин!
Кемдер ат сабышын ҡарап кинәнһә, икенселәр рәхәтләнеп көрәшселәрҙе күҙәтте. Бил бирмәҫ батырҙар быйыл да асыҡланды. 70 килограмм ауырлыҡтағы көрәштә бүләк тәкәһе Үрге Сирбайҙан Кинйә Собханғолов елкәһенә һалынды. 80 килограмм ауырлыҡта Бикестән Филүс Ишемғолов бил бирмәне. Ауырлыҡ үлсәмдәре 80 килограмдан ашҡан көрәшселәр араһында Ҡалдар ауылынан Илмир Ҡотлоғужинға етеүсе булманы. Ә быйылғы һабантуйҙың абсолют чемпионы тип Филүс Ишемғолов танылды. Шуға ла мотоцикл менән палатка ла уның өлөшөнә төштө.
Ярыш сәме айырыуса йәштәрҙә тиҙ ҡабынды – оҙонлоҡҡа һикереү өсөн дә сират торҙолар, ҡул көрәшендә лә ҡатнаштылар, йүгереү, тоҡ менән һуғышыу кеүек ярыштарға ла маһирҙар йәһәт йыйылды.
Бағананың да еллеһен ултыртҡандар, осона эленгән бүләккә ҡарап, самалап ҡараусылар хәтһеҙ генә булды. Ә бына төп бүләкте – велосипедты – Ишбирҙенән Евгений Сурков эләктерҙе. Һырғауыл эргәһендә нигеҙҙә үҫмерҙәр өйөрөлдө. Былтыр еңеп, сусҡа алған 12 йәшлек Илдар Салауатов быйыл да еңәм тип сәмләнеп килгән, бәүелеп торған бағананы “һә” тигәнсе урап әйләнде. Ул икенсе урын менән сикләнде, ә беренселекте Илшат Фазлаев алды.
Тирмә хужалары иһә һуңғы тапҡыр барыһын да барлап-ҡарап конкурс ағзаларын ҡаршыланы. Береһе лә һыр бирергә теләмәгән, әллә күпме төр милли аш-һыу әҙерләп, йола күрһәтеп, жюри ағзаларын ауыр хәлгә лә ҡуйҙы кеүек. Мәҡсүттәр 400-гә яҡын төр милли ризыҡ әҙерләп, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Исем ҡушыу, ҡыҙ йәрәшеү, ҡолаҡ тешләтеү, туй үткәреү, ҡурмас ҡурыу, ҡот ҡойоу кеүек байтаҡ йола менән ихлас таныштырҙылар.
Һабантуйҙы йомғаҡлап, “Нива” һәм “Лада” еңел автомобилдәренең хужалары аталды. Бына улар, быйылғы еңеүселәр – “Тәүәкән” хужалығы, “Ергән” МТС-ының “Исем” бүлексәһе һәм “Иртәбәк” йәмғиәте.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “...Һөнәрлеләр күрһәтә һөнәрен, һөнәрһеҙҙәр күрһәтә үҙҙәрен ...” тигән шиғри юлдары һис тә күгәрсендәр адресына түгел. Талантлы, эшһөйәр, милли йолаларҙы һаҡлаған, мәҙәниәтле халыҡ йәшәй был төбәктә.
Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа һабантуй майҙанына иҫерткес эсемлек индерелмәй. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың байрамдарҙы эскеһеҙ үткәреү талабын хәҙер күпселек хуплай.
Һабантуй майҙанына аяҡ баҫҡанда тыуған һорауҙарыбыҙға яуап таптыҡ, тип уйлайбыҙ. Ауыл хеҙмәтсәндәренең кәйефе күтәренке, бурысыбыҙҙы үтәнек, орлоҡ бураҙналарға үҙ ваҡытында һалынды, тиҙәр. Хәҙер игенселәр шифалы ямғыр көтә, уңышҡа өмөт итә.
Байрамдың иген иккән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл кешеһе өсөн ойошторолоуына ла ышандыҡ. Йолаларҙың һаҡланыуына килгәндә, шуны әйтә алабыҙ: күгәрсендәрҙән өйрәнер нәмәләр һәләк күп.


Вернуться назад