Уҡыусылар менән төштән һуң шөғөлләнеү өсөн күп көс һәм сабырлыҡ кәрәк. Һәр береһе айырым иғтибар талап итә, кемгәлер маҡтау һүҙе лә етһә, икенселәргә етди булмай ҡара!
Йәрмәкәй балалар сәнғәт мәктәбенең 8-се Март исемендәге ауылдағы "Акварель" балалар өлгөлө хор етәксеһе Галина Маршева ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың йөрәгенә асҡыс тапҡан, шуға күрә лә уңыштары етерлек.
– Бөтә балалар ҙа һәләтле, әммә уларҙы ваҡытында үҫтерә белергә кәрәк, – тип башланы һүҙен уҡытыусы һәм йырсы Галина Маршева. – Кемдер спортҡа ылығыусан, икенселәр тәбиғәтте ярата, бүтәндәр техника менән мауыға. Миндә иһә егермегә яҡын үҫмер йыр-моң серҙәренә төшөнә.
Үҙебеҙсә әйткәндә, коллективты халыҡҡа күрһәтеү, донъяға сығарыу – төп маҡсатым. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районында Ыҡ буйы халыҡтарының йыл да ойошторолған "Ата-бабалар ере" төбәк-ара ижад фестивале "Акварель"һеҙ уҙмай. Шул иғтибарға лайыҡ: унда мотлаҡ өр-яңы йыр башҡарабыҙ. 2012 йылда республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы диплом менән бүләкләне. Былтыр иһә республика кимәлендәге "Яҙғы тамсылар"ҙа ҡатнашып, өсөнсө урынды алдыҡ. Шулай уҡ район күләмендәге төрлө сараларҙа сығыш яһау күптән инде матур йолаға әүерелде.
Кескәй төркөмдә шөғөлләнгән Екатерина Меньшикова, Яна Гурточенко, Денис Задорожный, Диана Латыпова, Татьяна Ризаева, Лиза Солтанова һәм башҡаларҙың һәр шатлығын үҙемдекеләй ҡабул итәм.
Беҙҙә ҡанат нығытҡан уҡыусыларымдың ҡаҙаныштарына сикһеҙ ҡыуанам. Мәҫәлән, Ольга Филиппова әле Ҡытайҙа йәшәй, ә сит илгә сыҡҡансы Өфө сәнғәт училищеһын һәм дәүләт сәнғәт академияһын тамамланы. Наталья Бушмакина иһә Магнитогорск сәнғәт консерваторияһында уҡып, диплом алғас, Силәбегә юлланды, бөгөн – аспирант.