Майҙан батырҙарына — арғымаҡ!03.06.2014
Майҙан батырҙарына — арғымаҡ!
Ҡыйыу башҡорт егеттәрен асыҡлау, милли спортты үҫтереү, республика төбәктәре араһында бәйләнеште нығытыу, халыҡ традициялары аша үҫеп килгән быуында милли рух тәрбиәләү маҡсатында Сибайҙа икенсе йыл рәттән "Ирәндек батыры" спорт фестивале үткәрелә.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сибай ҡала хакимиәте тарафынан ойошторолған быйылғы бәйгелә Өфө, Стәрлетамаҡ, Майҙан батырҙарына — арғымаҡ!Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура һәм Бөрйән райондарынан ун команда ҡатнашты, тип билдәләне Сибай ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Радик Ғәбитов. Илле дүрт ҡатнашыусы тәүге көндә йүгереүҙә һәм мәргәнлектә ярышһа, иртәгәһенә егеттәр милли көрәш буйынса көс һынашты. Хәйер, ниндәй генә ярышты алып ҡарама, иң мауыҡтырғысы — батырҙарҙың бил һынауы. Халҡыбыҙ элек-электән, майҙанда булһынмы, йыйындамы, һабантуйҙарҙамы — һәр ерҙә келәм батырын билдәләү маҡсатында көрәш ойошторған. Быйыл бил һынашҡан батырҙың күбеһе — район-ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа еңеү яулаған, ҙур әҙерлек менән килгән бәйгеселәр. Шуға күрә кемделер айырып билдәләү еңелдән булманы.
Спорт фестивале программаһына ярашлы, еңеүселәр 16-18 йәшлектәр һәм 18-ҙән өлкәндәр араһында билдәләнде. Шулай итеп, “Ирәндек батыры” исеменә Стәрлетамаҡтан Надир Исмәғилев менән Сибайҙан Илнур Иҫәнбаев лайыҡ булды. Илнур сығышы менән Йылайыр районының Сәләх ауылынан, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының спорт һәм физик культура бүлегенең III курсында уҡый. Ун өс йәшенән көрәш келәменә баҫҡан егет төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, сәләмәт тормош алып бара. Мәктәп йылдарында тренеры Миңлеғәле Ҡолһарин был спорт төрөнә һөйөү уятһа, артабан ул Динар Аҡҡужин етәкселегендә шөғөлләнә.
Надир Исмәғилев Стәрлетамаҡтың физкультура һәм спорт техникумында белем ала. Үҙе Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан. Бәйге һөҙөмтәләренән бик ҡәнәғәт. Киләсәктә йүгереүгә күберәк иғтибар бирергә уйлай.
Икенсе урындарҙы Айнур Исхаҡов (Баймаҡ районы) менән Айгиз Зәйнетдинов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) алһа, өсөнсөнө Илгиз Иҫәнғужин менән Айҙар Байсурин яуланы. Еңеүселәргә “Оптима-С” асыҡ акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
“Ирәндек батыры” еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында Баймаҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов менән Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов Илнур менән Надирға арғымаҡ бүләк итте.


Вернуться назад