Таш донъялар йылыныр30.05.2014
Таш донъялар йылыныр
Һеҙ тылсымға ышанаһығыҙмы? “Шүлгәнташ” телевизион фильм-әкиәтен ҡарағандан һуң мин дә ышана башланым: “Таш донъялар йылыныр, таш һүрәттәр терелер, таш бәғерле сигенер – ут йөрәктәр бергә типкәндә”.


Өфөнөң “Родина” кинотеатрында Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған фильмдың премьераһы булды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике миллион һум күләмендә матди ярҙам бүленгән. Кескәйҙәр һәм ололарҙан торған ижади команда ике ай дауамында арымай-талмай эшләгән. Ниһайәт, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар студияһы менән төшөрөлгән әкиәт тәүге тамашасыларының хөкөмөнә сығарылды.
Таш донъялар йылынырИзгелек менән яуызлыҡтың, яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың мәңгелек көрәше, был көрәштә ҡыйыу йөрәкле батырҙарҙың ғәййәрлеге, дуҫтарҙың берҙәмлеге, ниәттәрҙең сафлығы һәм ахыр сиктә яҡшылыҡтың еңеүе – барыһы ла ысын әкиәттәгесә сағылдырыла “Шүлгәнташ”та. Урал исемле малай (Рөстәм Төхбәтов) үҙенең ҡурҡаҡ түгеллеген иҫбатлар өсөн мәмерйә эсенә йөҙ аҙым инә һәм һыу аҫты донъяһына, боронғо дәүергә эләгә. Унда Аҡтояҡ исемле ҡыҙ (Наҙгөл Шәрәфетдинова), уның ағаһы Ҡусҡар (Данир Ғимаҙиев) һәм алтын аҡыллы Ташбулат бабай (Рим Зыязетдинов) менән таныша. Улар менән бергә Шүлгәндең (Сәғиҙулла Баййегет), сибәр Эңерҙең (Ғәлиә Вахитова) яуызлығына ҡаршы көрәшә. Балаларҙың эскерһеҙлеге, саф уйы, дуҫлығы, берҙәмлеге туң йөрәктәрҙе иретеүгә өлгәшә. Фильмда ҡайһы бер риүәйәт-легендалар ҙа сағылыш таба. Мәҫәлән, өс батыр образы һынландырыла.
Һәр әкиәттең нигеҙендә халыҡ аҡылы, халыҡ фәлсәфәһе ята. Тылсым менән һуғарылған булһа ла, уларҙа – тормош ысынбарлығы. “Шүлгәнташ” та тормоштоң ике полюслы булыуын, кешенең һәр ваҡыт яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында һайлау алдында тороуын, арабыҙҙа батырҙар йәшәүен, уларҙың донъяны ағартырлыҡ көскә эйә булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрә. Батыр тигәс тә, мөһабәт кәүҙәле ир-азамат тип кенә уйларға ярамай. Улар – ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр, көслө рухлылар һәм сабырҙар, изге күңеллеләр һәм шат йөҙлөләр, илһөйәрҙәр һәм маҡсатлылар... “Тамыр” телеканалының әлеге проекты шундай балалар тәрбиәләүгә йәнә бер тос өлөш индерҙе. Фильм-әкиәт үҙ тамашасыһын табыр һәм республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә киң танылыу яулар тип ышанабыҙ.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары яңы таҫманы 1 июндә – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә 22 сәғәттә ҡарай ала.


Гөлназ ҠОЛҺАРИНА, сценарий авторы:
— Башҡорт теле һаҡланһын, йәшәһен өсөн беҙгә тейешле мөхит булдырырға кәрәк. Ошо фильмды төшөрөп, уны Голливуд кинолары тәҡдим ителгән залда күрһәтә алғанбыҙ икән, тимәк, әлеге маҡсатыбыҙға тағы ла бер аҙым яһаныҡ. Ғөмүмән, “Тамыр” телеканалының бөтә эше – балаларға туған телендә мөхит булдырыу, уны киңәйтеү.

Айсыуаҡ ЙОМАҒОЛОВ, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе:
— Республикала балалар киноһын төшөрөүҙе ил кимәлендәге ваҡиғаға тиңләйем, сөнки Рәсәйҙә бөгөн кескәйҙәр өсөн фильмдар бик һирәк. “Шүлгәнташ” әкиәтенең премьераһы юғары кимәлдә үтте. Унда бик күп хеҙмәт һалынғаны күренеп тора: костюмдар, декорациялар – барыһы ла сағыу, образлы. Проект юғары баһаға лайыҡ. Уны урыҫсаға тәржемә иткәндә, аудитория тағы ла киңәйер ине.

Айнур АСҠАРОВ, йәш режиссер:
— Фильм бик оҡшаны. Ижади команда үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшкән, һәм әкиәт күп йылдар әле телевизор экрандарынан күрһәтелер, балаларҙы ҡыуандырыр тип уйлайым.


Вернуться назад