Күңелдәргә һеңде “Урал моңо”30.05.2014
Башҡорт дәүләт филармонияһының залы тотош төрки донъяһының һәләтле йәш йырсыларын йыйҙы. “Урал моңо” конкурс-фестивале хәҙер ун етенсе тапҡыр уҙғарыла. Был осорҙа ул әллә күпме ижадсыға ныҡлы ҡанат ҡуйҙы. Ике йылға бер үткәрелгән күркәм сараны республикабыҙ халҡы көтөп ала. Ни тиһәң дә, фестиваль төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡабатланмаҫ сығышы менән күптәрҙең күңелен әллә ҡасан уҡ арбап өлгөргән.


Быйыл мәртәбәле фестивалдә 50-нән ашыу конкурсант ҡатнашырға теләк белдергән. Йыр-моңға ғашиҡ булғандарға алыҫ ара нимә инде?! Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова кеүек илдәрҙән, шулай уҡ Рәсәйҙең 15 милли төбәгенән килеүҙәре — шуға сағыу миҫал.
Төрки халыҡтарының телдәрендә генә түгел, мәҙәниәтендә лә уртаҡ һыҙаттар бар. Илдәр тарҡалып, тығыҙ аралашыу мөмкинлеге кәмегәндә ошондай саралар беҙҙе берләштереүсе күпер булып тора ла инде.
— Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы баһалау еңелдән булмаясаҡ, — тине жюри ағзаһы Урал Иҙелбаев. — Ижади бәйгенең тәүге туры уҡ юғары кимәлдә үтте. Быйылғы конкурсанттарҙың етди әҙерләнеп килеүе һөйөндөрә.
Бөгөн кис Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында фестивалдең иң сағыу өлөшө — Гала-концерт үтәсәк. Унда еңеүселәрҙе тәбрикләйәсәктәр.




Вернуться назад