Барҙыҡ төнөн... музейға!28.05.2014
Барҙыҡ төнөн... музейға!
Матросов паркында ял итеп йөрөгәндән һуң туҡталышҡа табан атлайым, шул саҡ башҡорт бейеү көйҙәре яңғырағаны ҡолағыма салынды. Ҡайҙан ишетелә һуң был моң? Ниндәй байрам бара унда? Башҡортостаныбыҙҙың Милли музейы янында был тауыш көсәйҙе, бинаның ишектәре лә шар асыҡ. Ә-ә-ә! Бөгөн 16 май – республика буйынса Халыҡ-ара музейҙар көнө һәм Мәҙәниәт йылына бағышланған "Музейҙар төнө-2014" акцияһы уҙғарыла. Был кис һәм төн музейҙар ҡыҙыҡлы программа әҙерләп матур "төн" ойоштора. Сараны ҡалдырмам тип йөрөй инем, шуға күрә күп уйлап тормай, акцияла ҡатнашырға булдым. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ҡуйған тамашаға кемдәр генә килмәне: оло йәштәге инәй-олатайҙар, ата-әсәләре менән донъяны саҡ таный башлаған сабыйҙар, мәктәп уҡыусылары, студенттар. Бөтәһе лә күңеленә ял алырға, тарихи ҡомартҡыларға күҙ һалырға йыйылды.


Халыҡ ағылып килә, кассаға оҙон сират – барыһы ла серле музей иленә сәйәхәт ҡылырға теләй. Ҡайҙа ҡарама – сағыу төҫлө, матур күлдәкле ҡыҙҙар, һуғыш кейемендәге егеттәр, төрлө халыҡтарҙың милли кейемендәге кешеләр. Башҡорт көйҙәре, ҡурай моңо ҡолаҡты иркәләй. Икенсе ҡаттағы фойела урынлашҡан телевизор этнография, археология, тыуған яҡ тәбиғәте тураһында тарихи фильмдар күрһәтә. Һәр зал буйынса ойошторолған экскурсияға йәше лә, олоһо ла ҡушылған, музей хеҙмәткәрҙәре экспонаттар менән таныштыра. Тамаша ҡылыусыларға күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, сөнки һәр минут ҡыҙыҡлы уйындар менән үтә. Музей залдарында тарихи персонаждар йәнләнеп, халыҡтың күҙҙәрен ҡамаштыра, теләгәндәр улар менән иҫтәлеккә фотоға төшә. Шулай уҡ ҡыҙыҡһынған кеше төрлө ижади берләшмәләрҙең мәрйен теҙеү, ҡурсаҡ-бетеү эшләү, кейеҙ баҫыу һ.б. һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай. Был төндө Мәскәү ҡалаһы Тарихи дәүләт музейы “Время славы и восторга. Казаки в Париже в 1814 году” тип аталған үҙенсәлекле гравюра, шулай уҡ "ArtClub" ижади оҫтаханаһы ҡуйған Беренсе донъя һуғышына арналған "Онотолған һуғышҡа бағышлана" исемле күргәҙмәләрен күргәс, музейҙа тарих булып ҡалған үткәндәр ауазын той-ғандай булдыҡ. Шул арала экспонаттарға төбәлеп торған бер егет үҙенең һоҡланыуын ҡысҡырып белдерҙе. Ул Илдар Ноғоманов исемле студент булып сыҡты. Сара тураһында тәьҫораттары менән бүлеште:
– Йыл һайын был акцияла ҡатнашыу үҙем өсөн йолаға әйләнде инде. Быйыл конкурс-викторинаның күп булыуы ҡыуандыра, ҡуйылған тамашалар ҙа мауыҡтырғыс. Әле яңы күргәҙмәләр менән таныштым. Экспонаттарҙы йыл һайын күрһәм дә, ҡыҙыҡһыныу юғалмай. Бер төндө бер нисә музейға барып өлгөрәм. Тик төндә автобустар йөрөшөн рәткә килтерһендәр ине, былтыр дуҫтарым менән Сипайловаға ҡайта алмай йонсоноҡ. Рәхмәтемде белдергәс, кеше ағымына ҡушылып, залдан-залға йөрөүемде дауам итәм. Аҙаҡтан артҡы ишектән тышҡа сыҡтым. Бында, музей ихатаһында, башҡорт халҡының йәшәү рәүешен, кейем-һалымын сағылдырған тирмә урынлашҡан. Уның йыһазландырылыуы иҫ китмәле: еҙ самауыр, орнаменттар менән сигелгән юрған, таҫтамал, мендәр, һуғылған балаҫ, ағастан уйып, семәрләп биҙәкләнгән һандыҡ, һауыт-һаба... Тирмә боронғоса ике яҡҡа балаҫ менән бүленгән. Сабый өсөн сәңгелдәк, түшәк-ҡаралтылар, ат эйәре – һәр әйбер үҙ урынында. Йәшел сирәмдә башҡорт йолаһы буйынса уҙғарылған "Һабантуй" байрамын кәүҙәләндергән милли уйындар бара. Малай-ҡыҙҙарҙың шат тауышына тулған был ялан. Берәүҙәр көйәнтәгә эленгән һыулы биҙрәләр менән йүгереп көсөн һынап ҡарай, икенселәр йомортҡаны ҡалаҡтан төшөрмәҫкә тырышып ярыша. Еңеүселәр татлы бүләктәргә эйә була. Өсөнсөләр тирмә янына ҡуйылған "Башҡорт ғаиләһе" фотошаблоны менән фотоға төшә. Барыһы ла күңел аса, башҡорт көйҙәре ағылған ыңғайға милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар тыпырҙатып бейей, сара ҡунаҡтарын да үҙҙәренең түңәрәгенә йәлеп итә. Елән һәм ҡамсат бүрек кейеп, ҡурайҙа уйнаған ағай музейҙың ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов икән. Сараның ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы тураһында унан һораштым. – Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған акцияның төп маҡсаты – сағыу һәм үҙенсәлекле программалар менән кешеләрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, музейҙарға йәлеп итеү. Быйыл саралар "Ғаилә менән музейға барабыҙ" исеме аҫтында үтә. Балаларҙы кесе йәштән тарихи ваҡиғалар, ҡомартҡылар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырырға кәрәк. Был уларҙы рухи яҡтан тәрбиәләй, мәҙәниәткә ылыҡтыра.
Ысынлап та, ошондай акцияларҙың әһәмиәте беҙҙең юғары технологиялар заманында баһалап бөткөһөҙ. Күп осраҡта виртуаль донъянан айырыла алмайынса ултырған йәш быуын вәкилдәре "Музейҙар төнө"ндә үҙҙәренең аң-даирәһен киңәйтә, күп нәмәләргә күҙҙәре асыла. Ата-бабаларҙың үт-кәненә, көнкүрештә ҡулланылған төрлө әйберҙәргә, республикабыҙҙың флора, фаунаһына бермә-бер ҡыҙыҡһыныуы уяна. Төн уртаһы яҡынлаша, ҡараңғы ла төштө. Әммә кеше ағымы тағы ла артты. Рухи яҡтан байытҡан ҡыҙыҡлы, сағыу тамашаға һәр кемдең өлгөргөһө килә шул. Музейҙа йөрөгән саҡта үҙеңде икенсе бер сихри донъяға эләккәндәй хис итәһең, күңелең үҫә, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арынғандай булаһың. Милли музейға килгән һәр кемдең төнө матур байрамға әүрелгәненә шигем юҡ.
Динара Кәримова,
БДУ студенты.


Вернуться назад