Мин бер мажараға тарыным әле. Ирәмәл тауҙарының итәгендә, әберкәләре йәбешкән ҡырҙарҙың ҡуйынында, башы менән болот айҡап, тамырҙары менән күл сайҡап, мең йәшәр имән үҫеп ултырған ергә барып сыҡтым. Баҡһаң, ошо имәндең тамырҙары ҡыуышында йәшәгән Сысҡанбай менән Сысҡанбикә ғаиләһендә бер малай һәм ҡыҙ бала донъяға килгән икән. Ҡартайып барғандарында тәүләп бала күргән ата-инә эй шатлана, эй ҡыуана! Бер заман былар ат еткән ергә – ат, хат еткән ергә хат ебәреп, туған-тыумасаларын саҡырып, бик ҙур бәпес туйы ҡороп ебәрҙеләр. Шәп булды мәжлес! Аҡ ҡаластарынан ауыҙ иттем, һоло бутҡаһын да кинәнеп ашаным...
– Атай-әсәйегеҙгә терәк, илгә илгәҙәк булып үҫегеҙ, – тип таралышты ҡунаҡтар. Мине ни, бик алыҫтан килгән ҡунаҡ булараҡ, ҡайтарырға ашыҡманылар, тағы бер аҙға ҡал да ҡал, тип сат йәбештеләр. Ҡалдымсы! Ошо тиклем мул һый-хөрмәтте ташлап, нисек ҡайтып китмәк булаһың?!
Сысҡан балалары ни, ата-инәһе бик яратып, бик наҙлап, ни теләһәләр шуны алдарына ҡуйып баҡҡас, ай үҫәһен көн үҫте, тиҙ арала тиктормаҫ ҡыҙ менән малай булып өлгөрҙө. Балалары уйнарға сыҡһа, Сысҡанбай менән Сысҡанбикә улар артынан ҡалмайынса эйәреп, ҡурсып ҡына торҙо...
Ҡуй, барыһын да һөйләп ташламайым әле. Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡтың мажараларын белгегеҙ килһә, унда һеҙ ҙә “бара алаһығыҙ”. Бының өсөн күренекле яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипованың Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” тигән өр-яңы китабын ҡулығыҙға алырға кәрәк. Китаптың һәр битен рәссам Майя Ҡәйүмова апайығыҙ тылсымлы ҡылҡәләме менән биҙәгән.
Бына шулай, дуҫтар, сысҡандар донъяһында үҙегеҙ ҙә рәхәтләнеп ҡунаҡ булырһығыҙ һәм уларҙың тормошо кешеләрҙеке менән ҡайһылай оҡшаш булыуын да күрерһегеҙ...