Тыуған ауылым, Иҫәнғолом Киң илемдә нурлы балҡыш кеүек
Минең өсөн кескәй ауылым;
Иркенерәк бында донъялар ҙа,
Шифалыраҡ һулыш алыуы.
Иҫәнғолом, тыуып үҫкән ауылым,
Был донъяла берҙән-бергенәм.
Көс өҫтәлә тәнгә инештәрем
Йәншишмәләй сафлыҡ биргәндә.
Йомшаҡ йылы бәпкә үләндәрең
Артығыраҡ затлы кейемдән.
Иҫәнғолом, тыуып үҫкән ауылым,
Был донъяла берҙән-бергенәм.
Ап-аҡ ҡайындарҙан зифараҡ
Һылыуҙарҙың бында буй һыны,
Йөрәгемдә башлап үҫеш алды
Мөхәббәттең аҫыл ынйыһы.
Ҡабатламаҫ инем хатамды... Йәшлек! Йәшлек!
Елеп үтеп киттең,
Менеп үтеп киттең толпарҙы.
Ялдарынан тотоп ҡалыр өсөн,
Уҡталдым мин һоноп ҡулдарҙы;
Менеп үтеп киттең толпарҙы!
Ялдарынан тотоп ҡалыр өсөн,
Сабып килдем хатта тын алмай;
Ваҡыт аты, һай, йылғыр ҙа шул,
Миңә әйләнеп тә ҡарамай
Елеп үтеп китте.
Мин бер ҡатлы,
Ышанмайса нотоҡ һүҙҙәргә;
Артылманым ҡая тауҙарыма,
Үрләмәнем үркәс үрҙәргә!
Дошманымды дуҫ тип, хаталанып,
Ҡалманыммы ошо көндәргә.
Дошманымды дуҫ тип, хаталанып,
Серем систем әллә кемдәргә?!
Йәшлек! Йәшлек!
Кире килер булһаң,
Ҡабатламаҫ инем хатамды...
...Һәр үремде, һәр һүҙемде үлсәп,
Ҡаршыларға яҙһын ал таңды!
Юлдар Ниңә һайланым мин шундай хеҙмәт,
Белә тороп еңел түгеллеген.
Ярты юлда мин арыныммы әллә,
Әллә ниңә һүрән күңелем.
Юлдар! Юлдар! Ниңә инде мине
Үҙегеҙгә ғашиҡ иттегеҙ!?
Ғашиҡ иттегеҙ ҙә мин йүләрҙе
Әллә ҡайҙа алып киттегеҙ.
Ниңә һайланым мин шундай хеҙмәт,
Белә тороп еңел түгеллеген.
Минең алда тау, шырлыҡтар ята,
Ята киң баҫыуҙар йәйелеп.
Киң баҫыуҙар, текә үрҙәр мине
Ҡаршы ала көн дә ҡул болғап.
Төн уртаһы булһын, ә дуҫтарым
Елдерәләр оло юл буйлап.
Ниңә һайланым мин шундай хеҙмәт,
Белә тороп еңел түгелен.
Һеҙҙең менән ауыр тормош юлым,
Эҙләмәйем ләкин еңелен.
* * *
Сабаталы йылдар күптән үтте,
Ерҙә шаҡмаҡ эҙҙәр ҡалдырып.
Ул ерҙәрҙә гөлдәр үҫтерҙек беҙ,
Ҡайнар тиребеҙҙе тамдырып.
Етеҙлектең бөйөк батшаһын –
Хыялдарҙы ҡыуып барабыҙ:
Ергә йәм тыуҙырып,
Үҙебеҙ ҙә
Өр-яңынан тыуып барабыҙ.
Әллә шатлыҡ кеше булып тыуған,
Кешеләрме шатлыҡ ишеләр...
Илде иңләп, ерҙе йәмләп йөрөгән
Тере шатлыҡ – бөгөн кешеләр.
Илгә ҡарап, илде һағынғандар,
Ир-егет – ул илдең көҙгөһө.
Беҙҙең кеше,
Совет кешеләре,
Гүзәллекте үлсәү өлгөһө;
Ә ҡулдары торғаны бер тылсым:
Ҡағылдымы һыуға – ут сыға;
Тотоп ҡыҫһа, ҡара фонтан булып
Ерҙең йөрәгенән һут сыға!
Ана шуға ғорурланып туймай,
Шатлығымды яҙам йыр итеп.
Кешеләргә булған мәхәббәтем
Йырҙарымды тора йылытып.
Ҡатыныма Аҡ биләүгә төрөп алып ҡайттың
Кескәй генә ап-аҡ малайҙы.
Сабыйымды үҙ йөрәгем менән
Ҡабул иттем, йөрәк һағайҙы;
– Шул тиклем дә ауыр малайҙы
Нисек тапты икән ҡатыным?!
Ҡатыныма бер һүҙ әйтерем юҡ:
Кешелектең ябай алтыны!