Һағыныу Мин һағындым йылы май ямғырын,
Күкрәп-сатнап янған йәшенен.
Ҡайындарҙың шаулап сайҡалыуын,
Саяланған яҙғы ел өнөн.
Уралымдың моңға тулы таңы
Төштәремә инде нисәмә?
Кисәгеләй күҙ алдымда урман,
Тын ҡамыштар, сихри күл, кәмә...
Һулышымда, ерем, һинең тының,
Пак һыуыңдан йөҙөм кипмәгән.
Күҙҙәремдә — һинең йондоҙҙарың,
Йөрәгемде хәсрәт үпмәгән.
Йәшәү көсө алам кеүек һинән
Ауырлыҡтар еңгән сағында.
Алыҫ яҡтар мине үҙ итһә лә,
Тамырҙарым — тыуған яғымда.
Әле булһа аяҡтарым тоя
Тупрағыңдың изге йылыһын.
Күтәрермен, тимен, ҡайтһам ғына
Бәхет туҫтағымдың тулыһын.
* * *
Кемгә күпме ғүмер бирелгәндер —
Килмәгәнбеҙ Ергә мәңгегә:
Умырзая өсөн яҙмыш бары —
Бер йылмайып шиңер мәл генә.
Йөҙәр быуат торған ҡаялар ҙа
Күтәрмәйҙәр ваҡыт туҙанын.
Тарих хәтеренә һыйып бөтмәй
Кемдәр үлеп, кемдәр тыуғаны...
Ҡартайыу юҡ бары мөхәббәткә —
Тамырҙары уның йыһанда...
Сығам тимә уның сиктәренә
Мең ҡат үлеп, мең ҡат тыуһаң да.
Һин Талпынырға ҡанаттарым һынғас,
Иңдәреңә һинең таяндым.
Аҙашҡанда, серле йомғаҡ булып,
Алдарымда минең сағылдың.
Дүндермәнең йәшәү-булмышымдан,
Тормош даръяһында сәсәһәм.
Офоҡтарым нурға суммаҫ ине,
Мөхәббәтем, һинһеҙ йәшәһәм.
Хыял Айлы төндә тағы йыйылыштыҡ,
Түбәндә — мин, өҫтә — йондоҙҙар,
Йым-йым иткән һәр бер йондоҙсоҡта
Хыял толпарымдың эҙе бар.
Ҡарайым да шул нағышлы күккә,
Яңғыҙ икәнемде онотам.
Йыһан киңлегенә күсенәм дә
Йондоҙҙарҙан гүйә йыр отам.
Иҫеңдәме,
мине ташлап киттең
Атлағанда йәшлек таңына.
Әллә ниңә күктән
йондоҙ булып,
Атылырһың кеүек яныма.
Түмәр Нисәмә йыл сереп ята
Ботаҡлы йыуан түмәр.
Күп балтаның башы бөткән
Уны ярам тип, тиҙәр.
Утынлыҡта эре генә
Фәлсәфә ҡороп ята:
"Беләһегеҙме, ниңә, — ти —
Ҡағылмай миңә балта?
Нәҫелем — затлы ағастан,
Һаҡлайҙар ана шуға.
Оҫта ҡулында үҙемдән
Иҫ киткес йыһаз сыға..."
Ләкин бер көн ҡарт түмәрҙе
Арбаға бырғаттылар.
Урын биләп ятмаһын тип,
Сүплеккә оҙаттылар.
Бөгөн Мәғәнәһеҙ тормош мәшәҡәте
Түгелдер бит йәшәү асылы?
Үткәндәрҙе инҡар итеп кенә
Ҡайҙа бара кеше аҡылы?
Ил башынан уҙған тарихыбыҙ
Иңрәп ята бөгөн сүплектә.
Яҡшыһын да, яманын да бергә
Илтеп тыҡтыҡ ҡара ситлеккә.
Хаҡлыҡ даулап, һатлыҡ һөрән һала,
Донъя иркен алыпһатарға:
Ер һатыла, милек, тән һатыла —
Ил әйләнде оло баҙарға.
Тик намыҫын һумға алмаштырмай
Көн иткәндәр бөгөн — хәйерсе.
Тамаҡ яллыҡ ала хеҙмәтенә
Уҡытыусы, табип, игенсе.
Утлы дауылдарҙы еңгән быуын
Ауыр һынау хәҙер кисерә;
Икмәк-һөттән тороп ҡалмаҫ өсөн
Оҙон сираттарҙа тилмерә.
Йортобоҙҙоң тик нигеҙе ҡалды
Ҡайһы дауыл китте емереп?
Аллаһ белһен, уның урынына
Кемдең ҡасан, нимә төҙөрөн.
Ораторҙар бушҡа боғаҙ йырта,
Депутаттар закон сығара.
Инфляция “гармун”ына бейеп,
Аҡса һуға Гознак, бисара.
Ил офоғон ҡанлы таң буҙарта,
Ил өҫтөндә — ҡурғаш ямғыры.
Һуғыш йөрөй, кеше йәнен алып,
Ер-әсәнең тәнен яндырып...
Бөгөнгө көн — гүйә, ҡараңғы төн,
Кемдәр икән таңын аттырыр?
Шомло төндөң пәрҙәләрен йыртып,
Сәселерме илгә яҡты нур?
Өмөт Күңелемдә — әрем әсеһе...
Барған һуҡмағымды юғалттым.
Дөм ҡараңғы урман эсендә
Яҡтылыҡты эҙләп йән аттым.
Аҙаштарҙы мине ҡарурман,
Баҫҡанғамы ялған һуҡмаҡҡа?
Тирә-йүнем ҡара сытырман,
Кеше лә юҡ бында, усаҡ та.
Тик бер ҡошсоҡ башым осонда
Алға әйҙәп мине, талпынды.
Наҙ моңона уның арбалып,
Үҙем һиҙмәй, ҡайҙа ашҡындым?
Барып сыҡҡас юлдар сатына,
Елпенде лә былбыл — юғалды...
Йөрәгемдән мәңге өҙөлмәҫ
Йәшәү йыры ҡалды, моң ҡалды.
* * *
Бурандар үтте үҙәккә,
Яҙымды көтәм һаман.
Миҙгелдәр яҙға ауышһа,
Үҙгәрер кеүек заман.
Ҡарлы дауылдар эсендә
Ҡайғылар ҡалырмы һуң?
Болоҡһоған был күңелем
Тынғылыҡ табырмы һуң?
Көрт тауҙары араһында
Аҙашып ҡалған асыу.
Өмөтһөҙлөк сәғәттәрен
Ағыҙыр яҙғы ташыу.
Аҡтарылған боҙҙар менән
Үкенес китһен ине.
Буран айырған йөрәктәр
Ҡушылып типһен ине.
(1956—2012).