Милләт рухы — йырҙа23.11.2011
Милләт рухы — йырҙаНиндәй генә хәлдә лә ул башҡорт,
Йырҙан башҡа һис көн итмәгән.
Ат ҡайғыһы юҡ тип әйткәндә лә,
Йыр ҡайғыһы юҡ тип әйтмәгән...
Йыр һөйөүсе халҡыбыҙ хаҡында шулай тип яҙған күренекле замандашыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Хәсән Назар. Эйе, йырһыҙ тормошобоҙҙоң йәме, ерҙең күркәмлеге юҡ һымаҡ. Унһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Шуғалыр ҙа һәр кемебеҙҙең араһында йыр-моңға маһир кешеләр бар. Улар һөнәре буйынса артист та түгел, телевизорҙан да күренмәйҙәр. Бары тик яҡындарын, бик тә булмаһа, клубта сығыш яһап, ауылдаштарын һоҡландыралар.
Элгәре ундайҙарҙы, йәғни талант эйәләрен, ауыл буйлап йөрөп эҙләгәндәр, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бөгөн иһә һәүәҫкәрҙәрҙе республика күләмендәге майҙанға сығарыу өсөн конкурс, фестивалдәр даими үткәрелә. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған “Юлдаш” йыры-2011” республика асыҡ конкурсы ла шуларҙың береһе. Ошо көндәрҙә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында конкурстың Милләт рухы — йырҙагала-концерты булды.
“Юлдаш” йыры” республика асыҡ конкурсы тәүге тапҡыр ойошторолмай. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һаны арта барыуы ла ҡыуаныслы. Быйыл иллегә яҡын кеше үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. Конкурсанттарҙың сығышын “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, шағир Хәсән Назар, композитор Юлай Үҙәнбаев, йырсылар Нәзифә Ҡадирова һәм Ғәзим Ильясов кеүек республикабыҙҙың танылған сәнғәт әһелдәре баһаланы. Жюри ағзалары белдереүенсә, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе талантлы, юғары башҡарыу һәләтенә эйә. Шулай ҙа финал концертына бары тик 12 конкурсант һәм бер ижади коллектив һайлап алынған.
Гала-концертта радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған ҡыҙыҡлы уйындар ҙа тамашасыларҙың күңелен бермә-бер күтәрҙе. Билеттар буйынса үткәрелгән лотереяла хатта Төркиәгә путевка отоусы ла булды.
“Юлдаш” йыры-2011” бәйгеһендә I урынды — Өфөнән Резеда Шәрәфетдинова менән Сибайҙан Динар Ласынов, II урынды — Күгәрсендән Урал Бикташев, Сибайҙан Венер Моратов һәм Фәнис Сирбаев, Белореттан Фәриҙә Ноғоманова, III урынды Өфөнән Илдар Нуриев, Бүздәктән Айрат Гәрәев, Мәләүездән Фәүзиә Суфиянова яуланы. Жюри финалға сығыусыларҙы ла төрлө номинацияла билдәләне: “Иң халыҡсан йырсы” — Учалынан Азамат Сәфәрғәлин, “Иң йәш башҡарыусы” — Благоварҙан Альфред Ғабдрахманов, “Асыш һәм ихтирам” — Ғафуриҙан Зөлфирә Дәүләтбаева. Ә инде радио тыңлаусылар Стәрлетамаҡтан “Йөрәктау” ансамбле өсөн иң күп тауыш биргән. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе композитор Муса Смаков махсус призға лайыҡ булды.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы үҙ бүләген моңло тауышы менән хисләндергән Венер Моратовҡа һәм Фәүзиә Суфияноваға тапшырҙы.
— Милләт рухы — йырҙа, милләт заңы — шиғриәттә, милләт аңы — матбуғатта, — тине гәзитебеҙҙең кәңәшселәр ҡоро ағзаһы, күренекле шағир Хәсән Назар. — Халҡыбыҙ тап шулар менән көслө һәм киләсәкле. Туған моңдарыбыҙға әҫәрләнгән, әле ысын-ысындан яңы күтәрелеш кисереүсе “Башҡортостан” гәзитен алдырған, “Ағиҙел”де уҡып барған, таланттар бәйгеһен алҡышлаған заттарыбыҙ айырыуса ҡәҙерле.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад