Кипрҙа башҡорт бейеүен ҡарап кинәнгәндәр24.05.2014
Кипрҙа башҡорт бейеүен ҡарап кинәнгәндәр
Кипр Республикаһында булған ХVI халыҡ-ара балалар фольклор фестивалендә Башҡортостанды кемдәр танытты тип уйлайһығыҙ? Мәләүездәр, әлбиттә. "Йәйғор" бейеү ансамбленең йәш таланттары.


Әйткәндәй, Ләйсән Йәмилева етәкселегендәге коллектив, сит ил сәхнәләрендә сығыш яһап, күптән сирҡаныс алған инде. Әлеге сарала донъяның 11 иленән вәкилдәр ҡатнашҡан. Был юлы йәш артистарыбыҙ, башҡорт халыҡ бейеүен күрһәтеп, тамашасыларҙы ла, жюриҙы ла берҙәй әсир иткән. Һөҙөмтәлә I дәрәжә диплом менән бүләкләнеп ҡайттылар.
— Конкурстарҙа ҡатнашыу, айырыуса еңеү яулау – балаларҙы ҡанатландыра. Артабанғы сараларға улар тағы ла нығыраҡ дәртләнеп әҙерләнә. Алыҫ илгә сәфәр барышында байтаҡ тәжрибә лә тупланды, хәҙер үҙ төбәгебеҙҙә халыҡ бейеүҙәрен таратасаҡбыҙ. Маҡсатыбыҙ — бәләкәстәрҙең башҡарыу оҫталығын камиллаштырыуҙы дауам итеү, — ти Ләйсән Рәшит ҡыҙы.
"Йәйғор" ағзалары Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәтенә ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерә һәм артабан да тыуған төбәктәренең бәҫен арттырыу өсөн тырышырға вәғәҙә итә.
Елена МАЗИЕВА,
район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы.


Вернуться назад