Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре уҙғарылды. Байрам Өфө районының Октябрьский ҡасабаһындағы урта мәктәптә башланды.
Сарала ҡатнашыусылар Вольдзики поляк ауылы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл-билдәгә сәскә һалды. А.П. Пенькевич исемендәге поляк милли йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары “Ҡәһүәме, әллә сәйме?” тигән тарихи-мәҙәни тамаша тәҡдим итте. Был көндө йәкшәмбе мәктәбенең 15 йыллыҡ юбилейы ла билдәләнде. Сәхнәнән поляк телендәге шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Дәртле бейеүҙәр халыҡ сәнғәте әйберҙәре һәм уҡыусыларҙың художество эштәре барыһының да күңеленә хуш килде.
Поляк мәҙәниәте көндәре М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дауам итте.
Поляк үҙәге һәм мәктәбе делегацияһы Благовещен районындағы Ошмянка ауылында булды. Артабан байрам саралары Мишкә районындағы Сурай ауылында дауам итте.