“Мөжәүир хәҙрәт”, “Ғабдулла Сәйеди”, “Әбйәлил ишан”, “Сабир хәҙрәт”, “Сәйетбаба изгеләре” кеүек халҡыбыҙҙың олуғ шәхестәре, арҙаҡлы дин әһелдәре тураһындағы китаптарҙы уҡыусыларҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуын беләбеҙ. Уларҙың авторы – Лира Әхмәт-Яҡшыбаева. Яҙыусы Башҡортостандың төрлө төбәгендә булып, әүлиәләр тураһында бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған бик күп мәғлүмәт туплап, халҡыбыҙға еткереүгә өлгәште.
Тағы бер һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашабыҙ: яңыраҡ ҡына Лира апай сираттағы күстәнәсен “мейес”тән сығарҙы. “Табын әүлиәһе” тип атала был китап. Әҫәр мәғрифәтсе, әүлиә, табип, арҙаҡлы дин әһеле булыуы менән үҙе йәшәгән төбәктә генә түгел, бөтә мосолман донъяһында дан, абруй ҡаҙанған Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улы Халиҡовҡа арнала.
Мөхәммәтсабир хәҙрәт – изгеләрҙән-изге, тоғроларҙан-тоғро Аллаһ Тәғәләбеҙҙең хәбиптәренән булған һөйөклө зат ул. Арабыҙҙан китеүенә 90 йыллап ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, исеме халҡыбыҙ күңелендә йәшәй. Бынан 100 йыл самаһы элек нигеҙ һалған мәҙрәсәһе – бөгөн дә белем усағы. Уның күрһәткән кәрәмәттәре, изге эштәре, кешеләрҙе хайран итеп, быуындан быуынға, телдән телгә күсеп бәйән ителә.
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева был әҫәренең жанрын документаль повесть тип атаған. “Гөлбикәһе бөгөн таңда уға тағы бер ир бала бүләк итте ләһә. Халиҡовтар нәҫеле тағы берәүгә артты. Инде алты улға атай булды ул. Кендек инәһе исемде үҙе ҡушты. Йөҙө шатлыҡтан айҙай балҡыған атаһына: “Сабый үтә лә сабыр күренә, шуға уны Сабир тип атаным”, – тине. Алты улы бар, алты алтын ҡаҙығы" тигән юлдар менән башланып китә әҫәр. Артабан уҡыусыны әүлиәнең ҡатмарлы һәм изге тормош юлы мауыҡтырғыс ваҡиғалар менән үҙенә йәлеп итә.
Китапта данлы әүлиә нәҫеленең фотоһүрәттәре бирелеүе лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Табын ырыуынан Әбйәлил ишан, Әбйәлил мулла, Шәмсетдин хажи, Ғиниәтулла мулла, Мөхәмәтша мулла тураһындағы яҙмалар ҙа һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ.