Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы булып танылған Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың етеҙлегенә һоҡланып ҡуяһың. Бер ҡараһаң, ул Төркиә, Австрия, Норвегия, Франция, Германия, Польша һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһап ҡайта, ҡайһылыр арала Мәскәүҙәге фестивалдә ҡатнашып өлгөрә йә Тыва Республикаһында үткәрелгән конкурста еңеү яулай... Сәхнә оҫтаһы үҙенең тыуған ауылынан ҡарағанда Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында йышыраҡ булалыр. Бына әле лә ул ут күршебеҙ Свердловск өлкәһендә эшлекле сәфәрҙә менән йөрөп ҡайтты.
Билдәле булыуынса, был төбәктә 32 меңгә яҡын аҫаба башҡорт йәшәй. Башҡортостандан ситтә көн күрһәләр ҙә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәтенә битараф түгел улар. Ә инде республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, шулай уҡ Халыҡ ижады үҙәге ундағы милләттәштәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота.
Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, бер аҙна эсендә өлкәнең Түбәнге Тагил, Кировоград, Каменск-Уральский, Екатеринбург ҡалаларында оҫталыҡ дәрестәре биреп, дүрт ҡумыҙсылар ансамбле ойоштороуға өлгәшкән.
— Һәр урындағы осрашыуға олоһо ла, кесеһе лә теләп килде, — ти оҫта ҡумыҙсы. — Шуныһы һөйөнөслө: бүтән милләт вәкилдәрендә лә был музыка ҡоралы ҡыҙыҡһыныу уята. Тик унда уйнау өсөн ҡайһы бер серҙәрен белергә кәрәк. Ҡумыҙҙы нисек тоторға, дөрөҫ сиртергә, ҡайһылай итеп тауыш сығарырға өйрәттем. Иң состарын йыйып, һәр ҡалала ансамбль төҙөнөк. Көҙөн Екатеринбургта ҡумыҙсылар фестивале үткәреү күҙаллана. Унда еңеүселәр киләһе йылда республикабыҙҙа үтәсәк төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өҙләүселәр бәйгеһендә ҡатнашасаҡ. Был сараны ойоштороуҙа Свердловск өлкәһенең башҡорт ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Тюменцеваға сәнғәткә һөйөүе, иғтибары өсөн айырыуса рәхмәтемде белдерәм.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп алып бара. Бында ул ҡумыҙҙың кеше организмына нисек ыңғай йоғонто яһауы хаҡында ла һөйләй.
— Сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Ошо музыка ҡоралында уйнағанда йөрәккә, үпкәгә, тын юлдарына бынамын тигән массаж була. Ҡурылдай быумаһы, бронхит кеүек ауырыуҙарҙы ла дауалай. Күптәр үҙен тынысландырыу өсөн дә уны ҡулға ала. Йыраҡ юлда йөрөгән водителдәрҙең, рәссамдарҙың, балыҡсыларҙың ҡумыҙ һорап миңә мөрәжәғәт иткәне бар, – тип белгәне менән уртаҡлаша ул.
Күптәр, ҡумыҙ теште бөтөрә, тип хафалана. Ә бына профессиональ музыкант быға ҡарата башҡасараҡ фекерҙә:
— Ҡумыҙҙың тирбәлеү көсө тештең ҡаҙнаһын нығыта. Ана, Роберт ағай Заһретдинов нисәмә йыл уйнай. 81 йәшендә лә бөтә тештәре теп-теүәл! — ти Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, йылмайып.
Әйткәндәй, виртуоз ҡумыҙсының оҫталыҡ дәрестәрен Свердловск өлкәһенең үҙәк телевидениеһы ла төшөрөп алған икән. Был тапшырыуҙың ҡиммәтен иҫәпкә алып, уны эфирҙан даими күрһәтмәкселәр. Тимәк, ҡумыҙ сыңының аҫаба башҡорт ерендә көслөрәк яңғыраясағына ышаныс ҙур.