Ниғәмәттәр ҙә ҡушылды20.01.2012
Ниғәмәттәр ҙә ҡушылды“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына Баймаҡ районында иң тәүгеләрҙән булып Ниғәмәт урта мәктәбе уҡытыусылары ҡушылды. Юлай Йосоп улы Рәхмәтуллин етәкселегендәге коллективта 22 уҡытыусы эшләй. Күрше Үрге Яйыҡбай туғыҙ йыллыҡ мәктәбе филиалындағы 14 уҡытыусы ла был акциянан ситтә ҡалманы.
Ҡасандыр 450–500 уҡыусыһы булған Ниғәмәт урта мәктәбе элек-электән районда яҡшы күрһәткестәре менән танылған. Әле бында 134 бала иҫәпләнә. Былтыр мәктәпте тамамлаған 14 баланың ун өсө юғары уҡыу йортона ингән. Шуныһы ҡыуандыра: өс уҡыусы — Мәскәү, өсәүһе Магнитогорск техник юғары уҡыу йорттарын һайлаған, ҡалғандары иһә Өфө һәм Сибайҙа белем ала.
Ниғәмәт урта мәктәбе көслө белгестәре менән данлы: уҡытыусылар Рәйлә Кәримова, Дамир Әүәлбаев, Рәймә Шәрипова, Фәтхулла Кәримов, Менәүир Сәлимйәнов, Нәүилә Алтынғужина, Рәмил Хәсәнов, Фәриҙә Яхина, Флүрә Ғатауллина һәм башҡаларҙың фиҙакәр хеҙмәте белем усағының данын күтәрә лә инде.
Уҡыусылар олимпиадаларҙа даими ҡатнашып алдынғылыҡты яулай. “Урал вариҫтары” конкурсында, мәҫәлән, Көнһылыу Ғайсина — беренсе, “Урал батыр” эпосын ятлау буйынса бәйгелә Гөлйөҙөм Мостафина өсөнсө урынды яулаған.
— Беҙ дәрестә “Башҡортостан” гәзитенә йыш мөрәжәғәт итәбеҙ. Айырыуса тыуған төбәк, тарих, тел, әхлаҡ, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ, дәрестә һәм тәрбиәүи эштә ҡулланабыҙ, — ти директор урынбаҫарҙары Рәймә Шәрипова менән Тәслимә Рәхимова.
Китапханасы Хәлиҙә Кәримова “Башҡортостан” гәзитен теүәл туплап бара, матбуғатҡа яҙылыуҙы ла берҙәм ойоштора. Ниғәмәт ауылында төп милли баҫмабыҙ быйыл 70 дана таратыла.
Г. СӘЛИХОВА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад