“Кәкүк сәйе”нә килегеҙ!23.05.2014
– Кә-күк! Кә-күк!
– Моңло кәкүк, әйтсе, кәкүк, мин нисә йәшкә тиклем йәшәйем? Берәү, икәү, өсәү...
Йәмле май айы етеү менән, үләндәр йәшәргәс, кәкүк саҡыра башлай. Боронғолар был ҡоштоң тауышын ишетеү менән йыйылышып ҡырға сыҡҡан: сәй ҡайнатып эскән, уйын-көлкө ойошторған, кәкүккә бағышлап йыр йырлаған, илгә именлек, бәрәкәт юраған, йылдың уңышлы килеүен теләгән. Был матур йола кешеләрҙең тәбиғәтте ҙурлауын, уның менән яраҡлашырға теләүен сағылдыра. “Ҡоштарҙы ризалатһаң, оҙон ғүмерле, бәхетле булаһың”, – ти инәй-олатайҙар.
Электән килгән был байрамдың бөгөн дә онотолмауы, һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында ҡайтанан киң тарала башлауы күңелде йылыта. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында быйыл тәүгә республика кимәлендә “Кәкүк сәйе” этно-фестивале уҙғарылыуы хаҡында һөйләнеләр. “Башҡортостандың туризм үҙәге” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры Наталья Никольская хәбәр итеүенсә, сара 24 һәм 25 майҙа Нуриман районының “Павловка паркы” үҙәгендә үтә.
Байрам ҡунаҡтары өсөн ике көн дауамында бал һәм сәй күргәҙмәләре эшләйәсәк, театрлаштырылған тамашалар, йолалар күрһәтеләсәк, шулай уҡ халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Шифалы үләндәр буйынса белгес Михаил Гордеев ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге буйынса семинар үткәрә. Бынан тыш, “Иң яҡшы кәкүк костюмы”, “Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы” конкурстары уҙғарыла. Сараға сит төбәктәрҙән дә вәкилдәрҙең килеүе көтөлә.
“Кәкүк сәйе”н йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла. Халыҡтың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу, уларҙы заманлаштырып үҫтереү, йәмғиәттең мәҙәни кимәлен күтәреү, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен сит илдәргә танытыу маҡсатында төбәктең Туризм үҙәге башҡа йолаларҙы тергеҙеү, башҡорт ауылын булдырыу кеүек идеялары менән дә бүлеште. Әйткәндәй, башланғыстар бар: Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларында үткән халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә “Кәкүк сәйе” байрамының исем туйы уҙғарылған. Башҡорт фольклоры сит ил вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.