Былтыр гәзитебеҙҙә донъя күргән иң яҡшы яҙмалары өсөн "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ләлә Бейешева, матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәров, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Ҡотлоғәлләмов, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, драматург, шағирә Гөлшат Әхмәтҡужина "Башҡортостан"дың 2011 йылғы лауреаттары тип билдәләнде. Ошо көндәрҙә танылған ҡәләм оҫталарына баҫмабыҙҙың махсус дипломдары тапшырылды.
Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, ташҡа баҫылған һүҙҙең баһаһы көслө. Әммә, төптән уйлап ҡарағанда, һүҙ ҡөҙрәтен, һүҙ бәҫен ваҡыттан да бигерәк тоғро уҡыусыларыбыҙ, бөгөнгө лауреаттарыбыҙ кеүек әүҙем, рухлы авторҙарыбыҙ билдәләй. Хәйер, "Башҡортостан" элек-электән ижадташ дуҫтары менән көслө булды. Көнүҙәк проблема күтәрһендәрме, матбуғат аша тура ярып үҙ һүҙҙәрен әйтһендәрме, теге йәки был сетерекле мәсьәләгә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашһындармы — улар һәр саҡ ваҡытында һәм урынлы яңғыраны. Иң мөһиме — халыҡтың күңеленә барып етте.
Сираттағы бүләкләү тантанаһында ла фекерҙәр гәзит — уҡыусы — халыҡ мәнфәғәтендә беректе. Гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, лауреаттарҙың һәр ҡайһыһын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлап, уларға артабан да ижади ҡомар, уңыштар теләне, гәзитте әүҙем пропагандалағандары өсөн рәхмәт әйтте, киләсәктә лә бергә-бергә хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Баш мөхәррир "Башҡортостан" гәзитенең һуңғы ваҡытта өлгәшкән уңыштарына ла туҡталып үтте. "Еңеүҙәребеҙҙә һеҙҙең дә өлөш бар, хөрмәтле лауреаттарыбыҙ! Әгәр бөгөн "Башҡортостан" гәзитенә еткерелгән дәүләт заданиеһы 160 процентҡа үтәлгән, хеҙмәтебеҙ төрлө конкурстарҙа юғары баһаланған икән, был, һис шикһеҙ, берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе", — тине ул. Лауреаттар иһә үҙ сиратында коллективҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Республикабыҙҙың төп баҫмаһы лауреаты булыу беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Ғөмүмән, лауреат булыу — гәзит кенә түгел, уның йөҙҙәрсә мең уҡыусыһы биргән юғары дәрәжә", — тине улар.
Ошо уҡ көндө Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған викторинала еңеү яулаған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Нурия Амангилдинаға ла бүләк тапшырылды. Нурия Барый ҡыҙы "Башҡортостан" гәзите хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, элекке хеҙмәттәштәренә уңыштар, яратҡан баҫмаһына яңынан-яңы тоғро дуҫтар теләне.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.