Ирәндек буйы моңға күмеләсәк21.05.2014
Ирәндек буйы  моңға күмеләсәк
22 —24 майҙа Сибайҙа “Ирәндек моңдары-2014” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ун икенсе йыр бәйгеһе була. “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонына ярашлы, ошо мәлдә Сибай Мәҙәниәт йылының штандартын ҡабул итәсәк.

Бәйге шарттарына килгәндә, һәр йылдағыса конкурста 35 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, балалар ҡатнаша. Конкурсанттарға үҙҙәре башҡарған йырҙың тарихын белеүе мотлаҡ, шулай уҡ һирәк яңғыраған халыҡ моңона өҫтөнлөк биреләсәк.
Конкурсты асыу һәм ябыу саралары — Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә, балалар араһындағы бәйге – “Сулпан” балалар театрында, ололарҙыҡы Сибай дәүләт башҡорт драма театрында үтәсәк. Йырлы йыйындың йомғаҡлау өлөшө – гала-концерт — 24 майҙа Үҙәк майҙанда була.


Вернуться назад