Ауаз һалды «Ауаз»!21.05.2014
Ауаз һалды «Ауаз»!
Башҡортостандың гүзәл төбәге Илеш районының үҙәге Үрге Йәркәйҙә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте «Ауаз» асыҡ республика фестивале уҙҙы. Тамашала Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Асҡын, Балтас, Борай, Благовещен, Тәтешле, Дүртөйлө, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Өфө, Яңауыл, Илеш райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Төньяҡ-көнбайыш төбәктә башҡорт фольклорын һаҡлау һәм пропагандалау, иң яҡшы коллективтарҙы һәм башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе халыҡ ижадына йәлеп итеү, уны байытыу, тулыландырыу, һөнәри башҡарыу сәнғәтен үҫтереү маҡсатында ойошторолдо сара. Фестиваль эшен Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Мөхәммәтвәли улы Сөләймәнов етәкселегендәге жюри ағзалары баһаланы.
Гран-приҙы хужалар яуланы. I дәрәжәле дипломға лайыҡ булған бейеү коллективтары — Борай районының «Дуҫлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Дүртөйлө районының «Аҡ тимгел» хореографик ансамбле; вокаль коллективтары — Илеш район мәҙәниәт һарайы коллективы һәм сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының берлектәге хоры; яңғыҙ башҡарыусыларҙан Борай районынан Эрнест Арыҫланов; 16 йәшкәсә фольклор коллективтары араһынан Балтас районының «Тамсылар» коллективы; 16 йәштән өлкәндәр араһында Краснокама районынан «Аҫылйәр»; халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәренән Илештән — «Балҡыш».
Ауаз һалды «Ауаз»! Фестивалдәр үтеп торһон ине әле! Һәр ҡатнашыусы бер-береһенең сығышын күҙәтеп, аҙмы-күпме тәжрибә уртаҡлаша, тәнҡитселәрҙең әйткән һүҙенә ҡолаҡ һала, фәһемле һабаҡ ала. Әлбиттә, бөтәһе лә тейешле кимәлдә әҙерләнгән тип иҫбатларға йыйынмайым. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, бәлки, бәйге шарттарын дөрөҫ аңламаған, етәкселәр тарафынан яҡлау тапмаған коллективтар ҙа булғандыр. Шулай ҙа улар бындай фестивалдәрҙең халҡыбыҙҙың киләсәге, йәш быуынды тәрбиәләү өсөн мөһим икәнлеген онотмаһын ине.
Икенсе көндә фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Уның эшендә Өфөнән фән эшмәкәрҙәре – тарихсылар, этнографтар, заманында Йылан волосы составына ингән Илеш һәм башҡа райондарҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарих, Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихы уҡытыусылары ҡатнашты. Йылан ырыуы тарихын өйрәнеү, документаль сығанаҡтарҙа уның тураһында беренсе иҫкә алыуға 350 йыл тулыуға бағышланған мәсьәләләр ҡаралды.
Тәжрибә уртаҡлашыу, дуҫтарса аралашыу – барыһы ла йылы мөнәсәбәттә үтте. Фестивалде ябыу тантанаһы гала-концерт һәм Башҡортостандың эстрада йондоҙҙары Р. Ғиззәтуллин, А. Якусева, Й. Баймырҙин, МС Баш һәм башҡалар ҡатнашлығындағы матур сығыштар менән аралашып барҙы.
Элена ҒИЛМУЛЛИНА, “Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.


Вернуться назад