Ҡалтасылар ситтә ҡалмаҫ23.11.2011
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге Ҡалтасы районында башҡорт, урыҫ, мари, татар, удмурттар бер ғаилә кеүек йәшәй. Ауыл хужалығы һәм урмансылыҡта һыр бирмәгән ҡалтасыларҙың рухи тормошо ла бай — бында төбәк, республика халыҡ ижады бәйгеләре уҙа, ауылдарҙа үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары тамашасылар күңелен арбай. Һуңғы йылдарҙа районда рухи аҙығыбыҙ — республика баҫмаларына яҙылыусылар һанының бермә-бер артыуы ла ҡыуаныслы.
“Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар ҙа йылдан-йыл ишәйә. Бөгөн районда 400 дана тарала ул, алдағы йылда яҙылыусыларҙың тағы ла артасағына ышаныс ҙур.
— “Башҡортостан” гәзите — районыбыҙ тормошон яҡтыртып барыусы республика баҫмаларының береһе. Унда айырыуса ауыл хужалығы, халыҡтың социаль йәшәйеше темаларына киң урын бирелә, — ти район хакимиәте башлығы Рәүис Нуретдинов.
Әйткәндәй, Ҡалтасыла матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын октябрь башында уҡ йәйелдергәндәр. Был мөһим сараға уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәттәре йәлеп ителгән.
Ошо көндәрҙә “Башҡортостан” гәзите вәкилдәре, район мәҙәниәт һарайында уҡыусылар менән осрашып, баҫманың тышҡы биҙәлешендәге һәм йөкмәткеһендәге үҙгәрештәр, яңы рубрикалар хаҡында һөйләне, тығыҙ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.
Красный Холм ауылының 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенән тарих уҡытыусыһы, “Ватан” башҡорт һәм татар ижтимағи-мәҙәни йәмғиәтенең әүҙем вәкиле Хәҙисә Нуруллина һуңғы осорҙа “Башҡортостан”дың уҡыусы күңеленә яҡынайыуын, заман талаптарына яраҡлашыуын телгә алды.
— Гәзит биттәрендә уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә, Башҡортостан тарихына бәйле шәхестәр яҙмышына һәм ваҡиғаларға киңерәк урын бирелһен ине. “Беҙҙә шулай, һеҙҙә нисек?” кеүегерәк рубрикала райондарҙың социаль хәлен сағыштырыусы мәҡәләләр ҙә кәрәк, — тине ул.
— “Башҡортостан” беҙҙең өҫтәлдән төшмәй. Ниндәй генә сара уҙғарһаҡ та, ундағы мәҡәлә, мәғлүмәттәрҙе һәр саҡ файҙалана киләбеҙ. Айырыуса “Көн һайын ошо урында”, “Йәнтөйәк”, “Сәләмәт булайыҡ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында донъя күреүсе материалдарҙы көтөп алабыҙ, — тине үҙенең сығышында Красный Холм ауыл китапханаһы мөдире Рәшиҙә Шәймөхәмәтова.
Кәлтәй ауылы хакимиәте башлығы Булат Рәфитов, райондың йәштәр советы рәйесе Эльвира Пономарева, гәзитте урындарҙа таратыу мәсьәләләре, баҫманың йәмәғәтселектә тотҡан урыны хаҡында һөйләне.
...Заманында бер нисә дана ғына таратылған “Башҡортостан”ға иғтибар артты бөгөн Ҡалтасыла, уның төрлө индекс менән сығыуы, “кеҫә ҡалынлығына” ҡарап яҙылыу мөмкинлеге лә быға булышлыҡ иткәндер. Районда мари, урыҫ телдәрендә сығыусы “Заря” гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ, башҡорт телендә донъя күреүсе “Гөлбостан” да милли рухиәтебеҙҙе байытыуға үҙ өлөшөн индерә.
— Республика матбуғат баҫмаларын, айырыуса “Башҡортостан” гәзитен таратыуға бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаҫ, — тип ышандырҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динар Сәйфүғәлиев. Афарин!
М. ФӘЙЗРАХМАНОВ.


Вернуться назад