Театрға һөйөү берләштерә беҙҙе17.05.2014
Кеше – халыҡтың бер тамсыһы ғына. Минең дә бөгөн режиссер, театрҙың художество етәксеһе булып үҫеп етеүемдә тормош юлымда осраған барыһының да – коллегаларымдың, ҡала һәм республика халҡының, туғандарымдың, дуҫ-иштәремдең һәм, әлбиттә, тамашасыларҙың өлөшө бик ҙур. Шуға күрә, форсаттан файҙаланып, һәр берегеҙгә рәхмәтемде еткергем килә.

Театр – Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы учреждение, шуға күрә уның етәкселеге менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Өфөлә фекерҙәребеҙгә яҡлау табып, килеп тыуған мәсьәләләр буйынса туранан-тура һөйләшеп, аңлашып эшләүгә шатбыҙ. Сибай театрын яратып, коллективты үҙ итеп тороусыларға – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәроваға, Президент Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчановҡа, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, министр урынбаҫары Шамил Абдраҡовҡа, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға, республика Театр эшмәкәрҙәре берекмәһе рәйесе Әхтәм Абушахмановҡа һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәрен юллайым.
Эш башлағанда театр бинаһы иҫке, спектаклдәр ҡуйыр өсөн ҡулайлаштырылған бер барак ине. Әлеге көндә коллективҡа рәхәтләнеп, ҡолас ташлап ижад итерлек шарттар тыуҙырылған, ыҡсым, зауыҡ менән төҙөлгән бинала эшләйбеҙ. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, бер көндә генә барлыҡҡа килмәне. Сибай ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа театр бинаһын төҙөүгә күп көс һалған, коллективҡа һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып торған Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа (әлеге көндә БДУ-ның Сибай институты директоры), бөгөнгө ҡала башлығы Х.Х. Сөләймәновҡа, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Р. Хәйруллинға, мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Г.В. Аҡназароваға рәхмәтлемен.
Бер ҡалала йәшәгәс, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙып, алға баҫҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү тәбиғи. Ҡала ойошмалары етәкселәре менән аңлашып эшләү күңелгә ҡанат ҡуя. Ихлас рәхмәт һүҙҙәремде коллегам, Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы В.Б. Йосоповҡа, Сибай педагогия колледжы директоры З.Р. Йәнбәковаға, “Атайсал” төбәк гәзитенең баш мөхәррире Х.Н. Тапаҡовҡа, ҡалабыҙҙың төп гәзите “Сибайский рабочий”ҙың баш мөхәррире С.Б. Азаматовҡа, Сибай телевидениеһының йәш булһа ла эштең рәтен белеп, дәртләнеп хеҙмәт иткән директоры Д.А. Ишйәровҡа еткерәм. Эштәрегеҙ һәр саҡ шулай гөрләп торһон!
Сибай театры, ошо төбәктә берҙән-бер профессиональ театр булараҡ, Башҡортостандың көнсығыш, көньяҡ райондары халҡын хеҙмәтләндереүҙе тулыһынса үҙенә йөкмәгән. Ғинуарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем театр коллективы республикабыҙҙың Учалы, Ишембай, Мәләүез, Баймаҡ ҡала һәм райондарында, шулай уҡ Салауат, Өфө ҡалаларында, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында ижади сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Тамашасыларға репертуарыбыҙҙың иң аҫыл өлгөләрен тәҡдим иттек.
Ошо арауыҡта барыһы 93 спектакль ҡуйылып, уларҙы 15 меңдән ашыу тамашасы ҡараған.
Етмеш йәшемә арнап яҡындарым, коллегаларым менән кәңәшләшеп, юбилейға бағышланған спектаклдәр аҙналығы үткәрҙек, шулай уҡ үҙемдең тыуған яғым Баймаҡта һәм Әбйәлил, Хәйбулла райондары үҙәктәрендә лә тамашалар күрһәттек. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, сығыштарыбыҙҙы аяғүрә баҫып алҡышланылар. Халыҡ менән аралашыуҙан илһам, дәрт алып, ҡанатланып ҡайттыҡ. Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Элекке коллегабыҙ, хәҙер инде Ишембай ҡала һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы А.М. Ҡотошов та үҙҙәрендә Сибай театры коллективы гастролдәрен ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Ғөмүмән алғанда, күңелемдә яҙмышыма рәхмәт тойғоһо йөрөтәм, яңынан башларға мөмкинлек булһа ла, барыбер сәнғәтте һайлар инем. Был – минең юлым. Рәхмәттәрем – үҙемде уратып алған дуҫтарыма, коллегаларыма, яҡындарыма, ҡатыным Земфира Зәки ҡыҙына. Барығыҙға ла уңыштар, рухи ныҡлыҡ, бәрәкәтле тормош, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер насип булһын!
Дамир ҒӘЛИМОВ,
Сибай башҡорт дәүләт драма
театрының художество етәксеһе.


Вернуться назад