“Ташты иретер йырыбыҙ!”17.05.2014
“Ташты иретер йырыбыҙ!”
Яҙҙың үҙенсәлекле бүләгенә әйләнгән күркәм тамашаны — “Тамыр” телевизион каналы концертын — гелән ашҡынып көтөп алабыҙ. Йыр-бейеүгә әүәҫ, илһөйәр, телһөйәр дуҫтарыбыҙ сираттағы осрашыуҙа Мәҙәниәт йылының әһәмиәтен билдәләне, халҡыбыҙҙың үткәне менән киләсәге араһындағы күперҙе тағы ла нығытыу өсөн үҙ “ҡаҙағын ҡаҡты”.

...Фәнүник, Иҙел, Асия, Айгөл һәм Азамат Шүлгәнташ мәмерйәһенә килә. Тәбиғәттең гүзәллегенә, Уралдың серле мөғжизәһенә хайран ҡалып йөрөгән сәйәхәтселәр, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, нур сәсеп ятҡан ташты шылдыра. Яндарында әкиәттән Аҡтояҡ менән Ҡусҡар пәйҙә була...
Бына ошолай башлана мөғжизәле сәйәхәт. “Тау-тау хәбәр” тапшырыуын ҡалдырмай ҡарап барғандар Аҡтояҡ һәм Ҡусҡар менән күптән таныштыр. Был геройҙар “Тамыр” телеканалы төшөргән “Шүлгәнташ” әкиәтенән “килде”. Әйткәндәй, республика Президенты грантына эшләнгән был фильмдың тиҙҙән исем туйы була.
“Ташты иретер йырыбыҙ!”Данлыҡлы мәмерйәлә, уның эргә-тирәһендә халҡыбыҙҙың бай тарихы, рухи донъяһы менән күҙгә-күҙ осрашаһың: диуарҙағы тамғалар, яҙыуҙар, Йылҡысыҡҡан күле, солоҡ балы... Йәш сәйәхәтселәрҙең изге урындан алған тойғолары тамашасыға моңдар аша еткерелде. Әйтәйек, “Сулпылар” конкурсының былтырғы еңеүсеһе Айтуған Ҡарабаев (Ейәнсура районынан) “Аҡбуҙат” йырын атта сабып барғандай дәрт менән башҡарһа, Сибай ҡалаһынан “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбленең “Солоҡсолар” тигән сығышынан бал еҫе аңҡып китте кеүек.
“Сулпылар-2013” конкурсы лауреаттары ла байрамда ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, Туймазынан Әминә Ниғмәтуллина “Ҡурай еләге”н тәмләтһә, Нижневартовск ҡалаһынан килеп еткән Руфина Илбулова “Фотоаппарат” йырын тәҡдим итте.
“Осҡон”, “Умырзая” бейеү ансамблдәренең, “Олимп” эстрада-спорт студияһының, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған “Таланттар йондоҙлоғо” исемле конкурс еңеүселәренең сығыштары ла көслө алҡыштарға күмелде.
“Тамыр” телеканалының киң эшмәкәрлек алып барғанын беләбеҙ. Быйылғы концерттың да мәрхәмәтлек акцияһы формаһында үткәрелеүе — быға дәлил. Байрамда йыйылған аҡса ауыр сир менән яфаланған Әлиә Атановаға (Хәйбулла районынан) тапшырылды. Моңло, шиғри күңелле 11 йәшлек ҡыҙға дауаланыу курсы үтеү мөмкинлеге бирелде.
“Ташты иретер йырыбыҙ!” тип аталды быйылғы байрам. “Тамыр”ҙарҙың тарихыбыҙға, рухи ҡиммәттәребеҙгә ихтирамы, өлкән һәм йәш быуынға иғтибарлы булыуы, ярҙамсыллығы, киләсәккә ышаныслы ҡарап йәшәүе — һәр кемгә өлгө. Ошондай күңел көсө менән, ысынлап та, таштарҙы ла иретергә мөмкин.


Вернуться назад